Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың йәмәғәт палатаһының тәүге ун ағзаһы 26 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тауыш биреү юлы менән һайланды. 2 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы республика Йәмәғәт палатаһы ағзаларының икенсе тиҫтәһен раҫлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Алтынсы составтың өс йыллыҡ вәкәләтлек ваҡыты рәсми рәүештә 2023 йылдың декабрендә тамамлана, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Ноябрь аҙағында уның ағзалары үҙ эшенә йомғаҡ яһай. Етенсе составтың беренсе ултырышы быйыл декабрҙә планлаштырыла, унда Йәмәғәт палатаһы рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары һайлана, шулай уҡ палатаның структураһы раҫлана.