«Һеҙ былтыр ноябрҙән бирле ошо вазифала эшләйһегеҙ, үҙегеҙҙе яҡшы күрһәттегеҙ. Төҙөүселәр һеҙҙе яратмай, был эшегеҙҙең сифаты тураһында һөйләй. Һеҙгә ышанып тапшырылған мәҙәни мираҫ объекттарын яҡлауҙы дауам итегеҙ», - тине Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостанда Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Тимур Мөхәмәтйәнов тәғәйенләнде.
«Беҙ һеҙҙең ҡайтыуығыҙға шатбыҙ, тәжрибәгеҙ ҙур, беҙҙә транспорт буйынса дәүләт комитетын да етәкләнегеҙ, яңы биләмәләрҙә лә, Мәскәүҙә лә эшләнегеҙ. Бергәләп алдыбыҙҙа ниндәй бурыстар тороуын тикшерҙек», - тип билдәләне Радий Хәбиров.