Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
22 Ноябрь 2023, 17:00

Башҡортостан Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнешен 88 процентҡа арттырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республиканың ышаныслы сит ил партнерҙары менән бәйләнештәрҙе нисек үҫтереүе хаҡында хәбәр итте. Әлеге ваҡытта республика 112 ил менән сауҙа алып бара. 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше һиҙелерлек артҡан. Төркиә (үҫеш 88%), артабан Үзбәкстан (+27%), Беларусь (+14%), Ҡытай (+5%), Ҡаҙағстан (+4%) менән сауҙала яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән.

Башҡортостан Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнешен 88 процентҡа арттырҙыБашҡортостан Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнешен 88 процентҡа арттырҙы
Башҡортостан Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнешен 88 процентҡа арттырҙы

«Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асыла. Беҙгә сит илдәрҙән делегациялар килде. Дуҫ илдәр менән партнерлыҡ беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Тауар әйләнеше, үҙ-ара инвестициялар аша һиҙелерлек үҙгәрештәрҙе күрәбеҙ», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» федераль аналитиктарҙың Башҡортостанды халыҡ-ара әүҙемлек буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе тип билдәләүен хәбәр иткәйне.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-11-22/bash-ortostan-t-rki-men-n-tysh-y-sau-a-yl-neshen-88-protsent-a-arttyr-y-3532404

 

Автор:
Читайте нас