Ултырышта инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә күләмле төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу барышын ҡаранылар. Башҡортостандың Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында объекттар төҙөү һәм реконструкциялау эше ошо механизм нигеҙендә алып барыла. Әйтәйек, «Көньяҡ ҡапҡа» проекты сиктәрендә баш ҡаланың транспорт инфраструктураһын яңыртыу һәм «Кузнецов затоны» биҫтәһендә 2 200 урынлыҡ мәктәп төҙөү. Нефтекамала иһә төп канализация насос станцияһын төҙөү һәм таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау.
«Барлыҡ объекттар буйынса раҫланған графикка ярашлы эшләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – «Кузнецов затоны» биҫтәһендә тағы бер объект – Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфөнө көньяҡтан урау юлы буйынса проект документацияһын әҙерләйбеҙ».
Марат Хөснуллин Башҡортостан етәкселегенә проекттарҙың ваҡытында ғәмәлгә ашырылыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Башҡортостанда барлыҡ күрһәткестәр буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. Республика торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән алдынғы. Шәп, артабан да шулай дауам итегеҙ! - тине Марат Хөснуллин. - «Транспорт аҙналығы»нда беҙ һеҙҙең менән бер нисә проектты тикшерҙек. Рәхмәттан башҡа һүҙ юҡ. Ҙур рәхмәт».