Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
27 Ноябрь 2023, 11:24

Башҡортостанда һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнә

Башҡортостанда ҡабул ителгән ҡарар буйынса, «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың һәм юғары технологиялар чемпионатының һайлап алыу (төбәк-ара) этабында еңеүселәргә һәм призерҙарға, шулай уҡ уларҙың остаздарына премиялар түләнә.

Башҡортостанда һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнәБашҡортостанда һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнә
Башҡортостанда һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнә

Рәсми документтан күренеүенсә, беренсе урын өсөн - 115 мең, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 57,5 мең һум түләнә. Бер нисә чемпионат призерҙарына һәм еңеүселәренә һәр ҡаҙаныш түләү өсөн ҡаралған.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы әҙерләгән остаздарға 57,5 мең һум күләмендә премия түләнә. Әгәр әҙерлек барышында бер нисә уҡытыусы ҡатнашһа, был сумманы улар үҙ-ара тигеҙ бүлешә. Остаздың бер нисә еңеүсеһе һәм призеры бар икән, ул һәр береһе өсөн матди ярҙам алырға хоҡуҡлы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-27/bash-ortostanda-n-ri-o-taly-buyynsa-chempionat-e-e-sel-ren-premiyalar-t-l-n-3539553

 

Автор:
Читайте нас