

«Уларҙың янына барып етергә тырыштым. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон һәм «Башҡортостан» полкы һалдаттары менән осраштыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, полк командиры менән күрешеп булманы, сөнки хәрби бурыстарын үтәйҙәр ине. Шайморатов исемендәге батальон командирын да күрмәнем. Шайморатовсылар алғы һыҙыҡтан йөҙ метр алыҫлыҡта ғына», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш»кә сыҡты. Республика етәксеһе бишенсе тапҡыр халыҡтың һорауҙарына яуап бирә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Тура эфирҙы БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм «Сәләм» телеканалдары күрһәтә, трансляцияны шулай уҡ Башҡортостан Башлығының «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» эфирында тыңларға мөмкин.