Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
6 Декабрь 2023, 11:43

Әүҙем стәрлетамаҡтарға – ҡала башлығы гранты

Стәрлетамаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов грант булдырғайны. Күптән түгел грантта ҡатнашыусылар араһында быйылғы еңеүселәр билдәле булды. Был конкурста, әйткәндәй, социаль йүнәлештә эшләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша. Быйыл утыҙҙан ашыу заявка килгән. Конкурс комиссияһы уларҙың унауһын өс номинацияла еңеүсе тип таныны.

Әүҙем стәрлетамаҡтарға – ҡала башлығы гранты
Әүҙем стәрлетамаҡтарға – ҡала башлығы гранты

Шулай итеп, “Стәрлетамаҡ – әүҙем ҡала” номинацияһында биш еңеүсе билдәләнде. Уларҙың береһе “Перспектива” эшҡыуарлыҡты һәм социаль башланғыстарҙы үҫтереү үҙәге 245 380 һумлыҡ грант ярҙамында үҙ проектын тормошҡа ашырасаҡ. Ә Стәрлетамаҡ социаль үҫешкә ярҙам итеү фонды иһә “Көсһөҙ – көслө зат” һаҡланыу курсы” проектын тормошҡа ашырыу өсөн 250 мең һумлыҡ грант алды. Артабанғы проект “Стәрлетамаҡ, сәләмәт бул!” тип атала. Проект өсөн ҡала етәксеһе “Күп функциялы креатив үҙәк” социаль һәм йәмәғәт башланғыстарын яҡлау үҙәгенә 232 мең һум күләмендә грант тапшырҙы. Комиссия хөкөмөнә үҙ проектын “Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ла тәҡдим иткәйне. Грант сиктәрендә бүленгән 250 мең һум ярҙамында урындағы ҡоролтай бынан бер нисә йыл элек башланғыс алған “Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” башҡорт байрамының быйылғы йыл сараларын үткәрәсәк. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта башланған байрам хәҙер бөтә республика кимәлендә үткәрелә һәм 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө тип атала.

“Башҡорт халҡының ғаи-лә ҡиммәттәренә арналған үҙ байрамы булһын тип, “Етегән” – ете ҡыҙ яҙмышы хаҡында легенда нигеҙендә был эште башлағайныҡ, хәҙер бына проект хатта төбәк-ара кимәлендә билдәләнә. “Етегән” байрамы сиктәрендә бихисап конкурстар үткәрелә, өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләйбеҙ. Был грант ҙур ярҙам булып тора. Конкурс комиссияһына, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа башланғыстарҙы хуп-лап, ярҙам ҡулы һуҙған өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!” – тип бүлеште тәьҫораттары менән Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова.

Ошо номинацияла Башҡортостан физик культура һәм спортты үҫереү һәм булышлыҡ итеү хәйриә фонды ла еңеүсе булды. Фонд 250 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды һәм “Дөрөҫлөктә көс” тигән проектты тормошҡа ашырасаҡ.

“Ватансылыҡ” номинацияһында өс проект еңеүсе тип табылды һәм уларҙың һәммәһенә лә 250-шәр мең һум бүленәсәк. 1-се лицейға ҡараған “Булышлыҡ итеү һәм үҫеш” хәйриә фонды “Йәш патриоттар лигаһы” проектын тормошҡа ашырһа, “Спадчына” Стәрлетамаҡ белорус милли-мәҙәни автономияһы “МХО ҡатнашыусыларына “Спас Нерукотворный” шеврондары тапшырыу” проектын башҡарасаҡ.

Махсус хәрби операция темаһы “Батырҙар иҫтәлегенә” проектында ла сағыла. Был проект айырыуса иғтибарға лайыҡ, сөнки уның сиктәрендә, ҡаланың 7-се мәктәбе менән берлектә эшләп килгән “Булат” тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге етәксеһе Айнур Үтәев билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында биналарға хәрби операцияла һәләк булған яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә таҡтаташтар асыу ҡаралған.

“Ҡаланы бергәләп төҙөкләндерәбеҙ” номинацияһына килгән проекттар араһынан “Каркадан” туризм үҫеше агентлығының “Сауҙәгәр Кузнецов йорто” (А.Гайдар йорт-музейы) тарихи һәм мәҙәни һәйкәле биләмәһендә йәмәғәт урынын төҙөкләндереү” проекты һәм “Киләсәккә юл” 3-сө башҡорт лицей-интернаты төбәк йәмәғәт булышлыҡ итеү фондының “Батыр” спорт һәм ял паркы” проекты еңеп сыҡты.

Гранттар тапшырған мәлдә Стәр-летамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов һәр эштең үҙенсәлеген билдәләне һәм: “Был проекттар ҡалабыҙҙы тағы ла күркәмерәк, уңайлыраҡ, йәмлерәк итеренә ышанам!” – тип өҫтәне.

Әйткәндәй, ҡала башлығы гранты буйынса былтыр ҙа күп проекттар еңеп, ҡала өсөн ҙур эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе – “Автор” исемле йәш журналистар мәктәбе. 200 мең һум грантҡа эйә булған был проект ярҙамында Стәрлетамаҡ уҡыусылары “Стерлитамакский рабочий” гәзите ярҙамында журналистика серҙәренә төшөнә, йәмғеһе егермегә яҡшы мәктәптән балалар йәлеп ителә.

Рәмил ҒӘБДРӘШИТОВ.
Индира КАМАЛОВА һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзите архивы фотолары.

Әүҙем стәрлетамаҡтарға – ҡала башлығы гранты
Әүҙем стәрлетамаҡтарға – ҡала башлығы гранты
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: