Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
6 Декабрь 2023, 04:52

Радий Хәбиров тура бәйләнештә нимәләр тураһында белдерҙе. Иң мөһимдәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүрт сәғәткә яҡын республика халҡының һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Беҙ иң ҡыҙыҡлы фекерҙәрҙе тупланыҡ.

Радий Хәбиров тура бәйләнештә нимәләр тураһында белдерҙе. Иң мөһимдәреРадий Хәбиров тура бәйләнештә нимәләр тураһында белдерҙе. Иң мөһимдәре
Радий Хәбиров тура бәйләнештә нимәләр тураһында белдерҙе. Иң мөһимдәре

МХО-ға гуманитар ярҙам тураһында

Башҡортостан халҡы йыйып ебәргән гуманитар ярҙам яугирҙарға барып етә! Мин бына әле генә Донбасстан ҡайттым, унда булғанымда беҙҙең келәтте лә ҡараным. Ул кәрәкле әйберҙәр менән тулы һәм ҡораллы һаҡ аҫтында тотола.

Проблемалы юлдар тураһында

Беҙ быйыл халыҡты тиҫтә йылдар дауамында борсоған юлдарҙы рәтләүгә тотондоҡ. 2023 йылда ошо йүнәлештә дүрт миллиард һум аҡса бүленде, 30 районда ремонт эштәре башҡарылды, киләһе йылда биш миллиард һум бүләсәкбеҙ.

Юлдар һәм камералар хаҡында

Камералар һәр ергә ҡуйыла. 2019 йылдың башында бөтә республика юлдарында уларҙың һаны 176 ине, ә хәҙер – 1860. Мин кешеләрҙең кеҫәһенә төшөп, уларға штрафтар һалыуҙы хуплаған ҡомһоҙ кеше түгелмен, әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: юлдарҙа кешеләр үлеме күрһәткесе йылына 600-ҙән 400-гә тиклем кәмене. Ҡасан да булһа, юл йөрөүҙең цивилизациялы мәҙәниәтенә эйә буласаҡбыҙ, һәм камералар тап шуға булышлыҡ итә.

Сәнәғәткә кадрҙар әҙерләү

Хеҙмәт ресурстары менән бәйле һәр нәмә бөгөн алғы планға сыға. Киләсәккә ҡарап эш итергә тырышабыҙ. Һөнәри училищеларҙа ҙур үҫеш сығанағы күрәбеҙ. Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла эшләргә теләгән, оҫта ҡуллы йәштәр күп. Завод директорҙарына: «Һеҙ шарттар тыуҙырығыҙ, ятаҡ төҙөгөҙ, шул саҡта кешеләр эшкә киләсәк», – тип әйтәм. Алда тағы ла ҡатмарлыраҡ саҡырыуҙар, һынауҙар булыуы ихтимал, шуларға әҙер булырға тейешбеҙ, шуға күрә саң ҡағам. Кадрҙар мәсьәләһе әлегә хәл ителерлек. Халыҡтың аныҡ ҡарар ҡабул итмәгән өлөшө бар, шуларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, соцпакет тәҡдим итегеҙ, һәм улар эшкә киләсәк.

Медицина ҡорамалдары тураһында

Капиталистар шаулай, «Беҙ һеҙҙең менән сауҙа эштәре алып бармаясаҡбыҙ»ти. Иң нығы Америка Ҡушма Штаттары шаулай, әммә иң күбе улар техника һата, ә Европаға сауҙа итеүҙе тыйҙылар. Бөгөнгә шуны ышаныс менән әйтә алам: республикала ауыр ҡорамалдар тәьминәте йәһәтенән һорау юҡ.

Мутлашыусылар хаҡында

Беҙгә ҡаршы тотош үҙәктең армия- һы эшләй (Мәғлүмәти-психологик махсус операциялар үҙәге (ЦИПСО) – Украина Ҡораллы көстәренең подразделениеһы, ул киберһөжүмдәр менән шөғөлләнә – редакциянан). Улар бик оҫта эшләй. Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға миллиард һумлап аҡса күсергән. Бер дауахананың баш табибы 10 миллион һумын юғалтты, минең хакимиәттә эшләгән хеҙмәткәрҙең күпме күсергәнен әйтмәйем инде.

Мәсет һәм ҡорам тураһында

Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн финанслау сығанаҡтары аҙмы-күпме асыҡланды. Быйыл йәки киләһе яҙҙа манараларға бәйле төҙөлөш эштәре башланыр, тип уйлайым.

Халыҡтар араһындағы мөнәсәбәт

Рәсәй Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иң күп мәғлүмәти һөжүм Башҡортостанға һәм, етәксе булараҡ, миңә тура килә. Теге яҡтағылар аҡылһыҙ кешеләр түгел. Улар башҡорт менән башҡорттоң, башҡорт менән рустың, башҡорт менән татарҙың араһын болғау өсөн ниҙәр генә эшләмәй. Был эш бер секундҡа ла туҡтамай. Беҙгә милләт-ара берҙәмлекте нығытырға ғына кәрәк.

Салауат Юлаев һәйкәленә ремонт хаҡында

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрацияларға кәрәк, уға 50 йыл. Сара күреү зарурлығын ябай күҙ менән дә күреп була. Әгәр быны эшләмәһәк, трагедия буласаҡ. Юбилей сараларынан һуң башлаясаҡбыҙ, шул мәлгә барлыҡ процедуралар, тикшереүҙәр тамамланыр. Хаҡы аҙ түгел: реконструкция эштәре 300 миллион һумға төшәсәк. Һәйкәлде һүтеп, цехҡа алып барырға тура киләсәк. Эштәр барышында һәйкәлдең нигеҙе лә нығытыласаҡ.

Кешеләр менән эш тураһында

Мин элек ныҡ ҡәтғи инем һәм шулай дөрөҫтөр тип һананым. Әммә тормош күпкә ҡатмарлыраҡ, шуға күрә йор аҡыл кәрәк. Барыһын да аҡҡа йәки ҡараға бүлергә ярамай. Был холоҡтоң йомшаҡлығы тураһында һөйләмәй, бары тик һәр эштең үҙ нескәлектәре, үҙенсәлектәре булыуы ихтимал. Иң мөһиме – беҙ кешеләр менән эшләйбеҙ, ә уларҙың хаталаныуы, нимәнелер дөрөҫ эшләмәүе лә бар.

Мәктәп туҡланыуы тураһында

Беҙ бөтә ил буйынса иң күп һыйыр ите етештереүсе булып һаналабыҙ, ә мәктәп ашханаларында элек балаларға буйвол йәки кенгуру итенән әҙерләнгән ризыҡтар биргәндәр. Быны уйлап сығарып әйтмәйем. Хәҙер быға сик ҡуйылды. Әле иттең 90 проценты – үҙебеҙҙә етештерелгән продукт. Әгәр ГОСТ талаптарын аҙыраҡ йомшартһалар, балаларҙы төрләндереп ашата башлар инек. Әлегә туҡланыу шундай алымдарға ҡоролған: был ярамай, быныһы бешкән килеш кенә мөмкин һ.б. Һөҙөмтәлә шуны күҙәтәбеҙ: бала мәктәптә ашамай, ә өйҙә ҡыҙҙырылған картуф менән ҡурылған икмәкте яратып ашай.

Балалар тәрбиәһе хаҡында

Етәксенең яҙмышы шулайҙыр инде: эшкә киткәндә балалар йоҡонан тормай ҡала, ҡайтҡанда йоҡлаған була. Һәр саҡ ваҡыт табырға кәрәк, ике минут булһа ла. Ҡатыным йә береһен, йә икенсеһен эшемә алып килә. Эргәмдә йүгереп, биш, ҡайһы берҙә 20 минут булһа ла мине күрәләр. Сәй эсеп алалар, шкафтарымды ҡарайҙар. Бына ошолай аралашабыҙ. Уның ҡарауы атаһы барлығын тоялар. «Атай эштә булыу сәбәпле, балаһын тәрбиәләй алмай» тигән һүҙ аҡланыу ғына, тип уйлайым. Тәрбиә күп осраҡта ваҡыт түгел, ә күңелеңде һалыуҙы талап итә. Ә уны аҙ ғына ваҡытта ла бирергә мөмкин.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары тураһында

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бөтәһенең дә балаларына Яңы йыл бүләге тапшырырға ҡарар иттек. Минеңсә, ул файҙалы булырға тейеш, йәғни ашап, онота торған кәнфиттәр түгел.

Республиканың киләсәге хаҡында

Ярты йыл эсендә беҙҙең идара командаһы 3.0 программаһын булдырасаҡ. Был Башҡортостан 2030 йылда тигәнде аңлата. Республиканың ниндәй булыуын күҙаллаясаҡбыҙ. Иҡтисад, социаль һәм административ үҙгәрештәр. Бөтә йүнәлештәр буйынса барыһы ла һандар, факттар, аныҡ стратегия менән биреләсәк.

Күсмә цивилизациялар музейы тураһында

Ул ҙур музей, башҡорт атының үҙәге һәм этно ауыл буласаҡ. Йәғни боронғо бәләкәй генә Башҡортостан: оҫтаханалар, тире эшкәртеүселәр, ҡымыҙ эшләү, умартасылыҡ. Эргәһендә СПА-отель төҙөргә уйлайбыҙ. Визит-үҙәк буласаҡ, ул киләһе йылдың май-июнендә үк асыласаҡ. Башҡаларының ваҡыты – ҡатмарлыраҡ мәсьәлә. Беренсенән, проект тулыһынса эшләнмәгән, икенсенән, аҡса мәсьәләһен ҡарайбыҙ. Әгәр йылына бер миллиард бүлә алһаҡ – бер эш, әгәр инде ике миллиард бүлеү мөмкинлеге булһа, тимәк, тиҙерәк төҙөйәсәкбеҙ. Биш йылда тамамларға уйлайбыҙ.

БР Башлығы матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Автор:
Читайте нас