Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
15 Декабря 2023, 07:50

Башҡортостанда Аҡмуллаға арналған сәсәндәр конкурсы үтте

Миәкә районында Халыҡ-ара М.Аҡмулла көндәре уңайынан «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы уҙҙы.

Башҡортостанда Аҡмуллаға арналған сәсәндәр конкурсы үттеБашҡортостанда Аҡмуллаға арналған сәсәндәр конкурсы үтте
Башҡортостанда Аҡмуллаға арналған сәсәндәр конкурсы үтте

Байрамда «Аҡмулла вариҫы» республика сәсәндәр ярышы ойошторолдо. Унда Бөрйән, Әлшәй, Ғафури һәм Миәкә райондарынан 25 сәсән ҡатнашты. Үҙенсәлекле конкурс хәҙерге сәсәндәрҙең сәсәнлек сәнғәтендә оҫталығын күрһәтте, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

16 йәшкә тиклемге номинацияла Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылынан Рамаҙан Шәйгәрҙәнов I дәрәжә лауреат исемен яуланы; 16 йәштән өлкәнерәктәр номинацияһында гран-приға Бөрйән районы сәсәне Шәүҡәт Мәзитов лайыҡ булды, ә ошо уҡ номинацияла беренсе урынды Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан Рәсимә Мостафина алды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәровҡа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияның почетлы лауреаты исеме бирелде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-12-15/bash-ortostanda-a-mulla-a-arnal-an-s-s-n-improvizator-ar-konkursy-tte-3567905

 

Башҡортостанда Аҡмуллаға арналған сәсәндәр конкурсы үтте
Башҡортостанда Аҡмуллаға арналған сәсәндәр конкурсы үтте
Автор:
Читайте нас