

«Бының файҙаһы бар икәнен күрәбеҙ. Былтыр 500-ҙән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы һәм фермер хужалығы ошо льгота менән файҙаланды. Аграрийҙар 165 миллион һумдан ашыу аҡсаһын экономияланы, уны яғыулыҡ-майлау материалдары һәм техника һатып алыу өсөн тотондо.
Икенсеһе — киләһе йылдан ауыл хужалығы кооперативтары өсөн килем килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу программаһын тергеҙәбеҙ, шул иҫәптән милли колоритлы фермер продукцияһы брендтарын танытыу өсөн.
Өсөнсөһө — «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһында бөтә ҡош-ҡортто юҡ итеүгә килтергән хәлде иҫәпкә алып, 2030 йылға тиклем ҡошсолоҡто үҫтереү республика программаһын әҙерләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.