Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
20 Декабрь 2023, 11:05

Башҡортостанда йышыраҡ ипотека ала башлағандар

Башҡортостанда уҙып барған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса ипотека буйынса килешеүҙәр һаны 46% артҡан, тип хәбәр итә Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Ведомствола 126 меңдән ашыу яҙма теркәлгән. 2022 йылда иһә был күрһәткес 86 меңдән ашыу тәшкил иткән.

Башҡортостанда йышыраҡ ипотека ала башлағандарБашҡортостанда йышыраҡ ипотека ала башлағандар
Башҡортостанда йышыраҡ ипотека ала башлағандар

«90% ашыу осраҡта ипотека һанлы форматта теркәлә, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 85,4% күберәк. Льготалы һәм социаль ипотеканың башҡа төрҙәре торлаҡҡа ихтыяжды арттыра. Комплекслы төҙөлөш программаһының да әһәмиәте ҙур», - тине «Росреестр»ҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-20/bash-ortostanda-yyshyra-ipoteka-ala-bashla-andar-3575083

 

Автор:
Читайте нас