Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
26 Декабрь 2023, 12:23

Республика почта бүлексәләренең яңы йыл каникулдарында эш графигы үҙгәрә

Башҡортостандың почта бүлексәләре яңы йыл байрамдарында эш графигын үҙгәртә, тип хәбәр иттеләр республика республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика почта бүлексәләренең яңы йыл каникулдарында эш графигы үҙгәрәРеспублика почта бүлексәләренең яңы йыл каникулдарында эш графигы үҙгәрә
Республика почта бүлексәләренең яңы йыл каникулдарында эш графигы үҙгәрә

31 декабрь, шулай уҡ 1 һәм 7 ғинуар барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял көндәре булып тора. 2024 йылдың 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарында улар ғәҙәти режимда эшләй.

«Халыҡ пенсия һәм пособие, хат, гәзит-журналдарҙы ваҡытында алһын өсөн ҡайһы бер ауыл бүлексәләре икенсе график буйынса эшләргә мөмкин», — тип белдерҙеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-26/respublikany-pochta-b-leks-l-rene-ya-y-yyl-kanikuldarynda-esh-grafigyn-g-r-3583027

 

Автор:
Читайте нас