

Заман геройҙары – алғы һыҙыҡта
Бөгөн заманыбыҙҙың төп геройҙары – алғы һыҙыҡта. Тап улар Рәсәй яҙмышын хәл итә. Ете яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды, меңәрләгәне Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, «Батырлыҡ өсөн», Суворов, Жуков миҙалдары менән бүләкләнде. Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә 100-ҙән ашыу ылау оҙатты. Аҙна һайын гуманитар конвой китә. Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, медикаменттар туплау йәһәтенән ярҙам иткән аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, хеҙмәт коллективтарына, республика халҡына ҙур рәхмәт!
2024 йылдың йүнәлеше тураһында
Киләһе йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы итеп уҙғарырға тәҡдим итәм. Бөгөн беҙҙең өйҙә бәхәс тыуҙы: уларҙы сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тип атау дөрөҫмө? Асылда, улар – сикһеҙ мөмкинлектәргә, һәләттәргә эйә кешеләр. Уларға ярҙам итергә генә кәрәк. Шул саҡта беҙҙең янда тулы ҡанлы тормош алып барасаҡтар.
Ғаилә тураһында
Ун йыл эсендә Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны дүрттән бер өлөшкә – 59 меңгә тиклем артҡан. Уларҙың иҫәбе буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләйбеҙ. Тыуым кимәле ил һәм округ буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү – беҙҙең өсөн һәр саҡ мөһим өҫтөнлөктәр.
Командаға бурыстар тураһында
Идара итеү командаһы өсөн киләһе йылға өс ҙур бурыс блогын билдәләйем. Беренсеһе – махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү буйынса әүҙем эш, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү. Икенсеһе – махсус хәрби операция ветерандары һәм инвалидтары, уларҙың ғаиләләре менән эшләү. Асылда, былар барыһы ла махсус хәрби операция темаһының дауамы булып тора, әммә тылдағы эш тураһында һүҙ бара. Өсөнсөһө – республика иҡтисадын, социаль өлкәне үҫтереү, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу. Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүгә республика бюджетынан йәмғеһе 4,6 миллиард һум аҡса йүнәлтәбеҙ.
Юлдарҙы ремонтлау тураһында
Юлдар төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы финанслауҙа рекорд ҡуйҙыҡ. Бындай күләмдәр элек бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Бынан тыш, республика «фонлы» юлдарҙы ремонтлау программаһын финанслауҙы йылына 4-5 миллиард һумға тиклем арттырырға һәм уны срокһыҙ итергә хәл итте. Бында һүҙ кешеләрҙән күпләп ялыуҙар килгән юлдарҙы ремонтлау тураһында бара.
Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем Р-240 трассаһын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтәләр, эштәр яҙ башлана. Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлын төҙөү тамамлана. М-12 трассаһының участкаһы бер йыл эсендә барлыҡҡа киләсәк, һуңынан ике йыл дауамында яҡын-тирәләге төҙөлөш барышында зыян күргән юлдарҙы тергеҙәсәкбеҙ, федераль хөкүмәт менән был турала килешелгән.
Камералар, билдәләр, барьер һәм йәйәүлеләр ҡоймалары, светофорҙар ҡуйыу һөҙөмтә бирә: биш йылда республика юлдарында үлем осраҡтары 25 процентҡа кәмегән.
Туризм тураһында
«Мәктәп туризмы» һәм «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекттары ярҙамында йөҙәрләгән мең уҡыусы һәм пенсионер үҙҙәре өсөн республиканы асты, бығаса булмаған урындарҙа бушлай ял итте. Тағы ла бер проект – «Студенттар туризмы» тураһында уйларға ваҡыт етте.
Башҡортостан – туристар өсөн илдең иң популяр төбәктәренең береһе. Былтыр республикаға 2 миллиондан ашыу кеше килгән, быйыл туристар һаны тағы 20 процентҡа артҡан. Беҙ Волга буйы федераль округында иң популяр өс төбәк, ә курорттарға ихтыяж буйынса илдә лидерҙар иҫәбенә индек.
Аграрийҙарға ярҙам тураһында
Аграрийҙарға булышлыҡ итеү өсөн алдағы өс йылға берҙәм ауыл хужалығы һалымы буйынса нуль ставкаһын оҙайтыу, 2030 йылға тиклем ҡошсолоҡто үҫтереү республика программаһын әҙерләү, иҡтисадыбыҙҙың ысын ихты- яждарын иҫәпкә алып, кадрҙар әҙерләү, бының өсөн колледждарҙа талап ител- гән һөнәрҙәр буйынса урындар һанын арттырыу мөһим тип иҫәпләйем.
Ауыл табиптары тураһында
Һаулыҡ һаҡлауҙың яңырыуы һөҙөмтә бирә. Быйыл республика ғүмер оҙонлоғо буйынса иң юғары күрһәткескә – 73 йәштән өлкәнерәккә етте. Был артыҡ ҙур һан түгел. Беҙгә эшләргә һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға кәрәк.
43 районда 80 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ табип амбулаторияһы һәм биш табип практикаһы офисы булдырылған. Киләһе йылда уларға тағы 54 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм биш амбулатория өҫтәйбеҙ. Быйылдан башлап ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа эшләй башлаған терапевтар, педиатрҙар һәм дөйөм практика табиптары 3 миллион һум аҡса ала башланы.
Мәғариф һәм фән тураһында
2019 йылдан алып бөгөнгәсә Башҡортостанда 48 балалар баҡсаһы, 42 мәктәп төҙөлдө, 20 меңдән ашыу уҡыу һәм 9 мең мәктәпкәсә урын булдырылды. Һуңғы ике йылда 140 мәктәп бинаһы ремонтланды, шуларҙың 103-ө – ауылда. Колледждарҙың матди-техник базаһын нығытыуға миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Иң яҡшы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, мәктәп һәм колледж уҡытыусылары гранттар һәм премиялар ала, ә йәш ғалимдар торлаҡ һатып алыуға, Рәсәйҙең, дуҫтарса мөнәсәбәттәге илдәрҙең иң яҡшы вуздарында стажировка үтеүгә сертификаттарға эйә була.
Төҙөлөш тураһында
Уҙған йылда Башҡортостан 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөгән, был – рекордлы күрһәткес. Быйыл ошо һөҙөмтәне уҙып китәсәкбеҙ, хәҙер беҙҙең маҡсат – 4 миллион квадрат метр. Был да ябай мәсьәлә түгел, ләкин кешеләр сифатлы һәм арзан торлаҡҡа мохтаж.
Республикала «Башҡорт өйө» прог- раммаһы башлана. Урындағы төҙөлөш материалдарынан типовой проекттар буйынса ҡиммәт булмаған шәхси йорттар төҙөләсәк, ә республика инженерлыҡ инфраструктураһы үткәрәсәк. Програм-маның концепцияһын Хөкүмәт 1 апрелгә әҙерләй.
Райондарҙа спорт тураһында
Спорт ҡоролмаларын төҙөү темптары һәм уларҙың иҫәбе буйынса Башҡортостан ышаныслы рәүештә алдынғылар иҫәбенә инә. Эре объекттар араһында – Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге, Гимнастика үҙәге, ябыҡ футбол майҙаны. Шулай уҡ быйыл Шаранда, Борайҙа, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Аҡъярҙа бассейн асылды. Һәр райондың үҙ бассейны, шулай уҡ ябыҡ боҙ майҙаны булырға тейеш, тигән бурыс көнүҙәк булып ҡала. Был йүнәлештә эшләйбеҙ.