

Быға тиклем «Бал ҡорто» позывнойлы яҡташыбыҙ Күмертау ҡала дауаханаһының эренле хирургия бүлексәһендә эшләгән. Яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән фронтҡа киткән. Ә өйөндә «Бал ҡорто»н яратҡан ғаиләһе һәм яҡындары көтә.
Көйөргәҙе районы етәксеһе билдәләүенсә, «Гюрза» позывнойын алған яҡташыбыҙ ҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.