Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
29 Декабрь 2023, 09:05

Яңы йыл каникулын нисек хәүефһеҙ үткәрергә?

Көтөп алған ҡышҡы ялды күңелле, һаулыҡҡа зыян килтермәйенсә үткәреү өсөн Яңы йыл байрамдары алдынан ябай, әммә хәүефһеҙлек йәһәтенән мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәйек.

Яңы йыл каникулын нисек хәүефһеҙ үткәрергә?Яңы йыл каникулын нисек хәүефһеҙ үткәрергә?
Яңы йыл каникулын нисек хәүефһеҙ үткәрергә?

Аш-һыу бүлмәһе – уйын урыны түгел

Статистика буйынса, Яңы йыл байрамы осоронда имгәнеү осраҡтары 50 процентҡа арта. Бәләкәй балалары булған ата-әсәләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Байрам табынына әҙерләнгәндә балағыҙ аш-һыу бүлмәһендә булмаһын. Эҫе аш һалынған һауыт-һабаны өҫтәл ситенә ҡуймағыҙ, табаның тотҡаһы стенаға ҡарап тороуы яҡшыраҡ, плитәнең төпкө нөктәләрен файҙаланырға тырышығыҙ. Сабыйығыҙға эҫе мейес, духовка шкафы янында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Шулай уҡ үтек, сәс бөҙрәләү ҡорамалдарына иғтибарлы булырға кәрәк – ҡулланғандан һуң уларҙы шунда уҡ хәүефһеҙ урынға алып ҡуйығыҙ.

Хәүефле таусыҡтар

Ошо көндәрҙә Өфөлә бәхетһеҙ осраҡ булған: ихаталарҙың береһендә 10 йәшлек малай яһалма тауҙан шыуғанда юлға төшөп киткән һәм машина тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Йәрәхәт алған баланы дауаханаға оҙатҡандар. Әле тауға ҡом һибелгән. Ни өсөн ихатала хәүефһеҙ боҙ ҡаласығын ойоштормауҙы тикшереү бара. Әгәр өлкәндәр, хәүефле урынға иғтибар итеп, шунда уҡ саң ҡаға башлаһа, бәлки, фажиғә булмаҫ та ине.
Балағыҙҙы тауға мендерер алдынан, уны үҙегеҙ тикшерегеҙ, шыуып төшөп ҡарағыҙ. Тайғаҡ битләү буйлап күтәрелергә, кемдер шыуған ваҡытта уның юлына сығырға ярамауын, шыуып төшөү менән ситкә сығырға кәрәклеген аңлатығыҙ.

Боҙбармаҡтар һәм боҙлауыҡ

Быуын сығыу, имгәнеү, мускул тартылыу – ҡышҡы осорҙа йыш осраған күренештәр. Айырыуса байрамдарҙа, кешеләр иҫерткес эсемлектәр тәьҫирендә уяулыҡты юғалтыу сәбәпле, йәрәхәттәр һаны ҡырҡа арта. Боҙлауыҡта хәүефле урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ, юл аша йүгереп сыҡмағыҙ. Ҡулдар мөмкин тиклем буш булырға тейеш, уларҙы кеҫәгеҙҙә тыҡмағыҙ – был ҡолау ихтималлығын арттыра. Йығыла башлауығыҙҙы тойһағыҙ, йомарланырға тырышығыҙ, ҡулығыҙҙағы әйберҙәрҙе ҡотҡарыу тураһында уйламағыҙ.

Халыҡты ҡышҡыһын тағы бер хәүеф – ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтар һағалай. 21 декабрҙә Өфөләге Ленин урамында бер ирҙең өҫтөнә боҙ киҫәге төшкән. Башы йәрәхәтләнгән ир дауаханаға оҙатылған. Һаҡ булығыҙ, ҡар, боҙ төшөү хәүефе хаҡында иҫкәрткән кәртә таҫмаларын һәм табличка-ларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Машинаһын йорт янында ҡалдырған автоһәүәҫкәрҙәргә лә үргә йышыраҡ ҡарарға һәм хәлде баһаларға кәңәш ителә. Торлаҡ ҡыйығында боҙбармаҡтар күрһәгеҙ, идара итеүсе компанияға йәки 112-гә шылтыратығыҙ.

Пиротехника менән һаҡсыл эш итегеҙ

Тән бешеү, йәрәхәтләнеү, ампутация... Яңы йыл байрамдарының ошондай эҙемтәләре тураһында уйлағы килмәй, ләкин пиротехника менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында улар йыл да теркәлеп тора. Йыш ҡына «бомбочка»ларҙан һәм фейерверктарҙан балалар яфалана. Беҙҙең бурыс – балаларҙы хәүефтән һаҡлау һәм пиротехниканы ҡулланыу йәһәтенән дөрөҫ өлгө күрһәтеү. Беренсенән, балаларға петардалар осорорға бер ҡасан да рөхсәт итмәгеҙ. Икенсенән, пиротехниканы махсус магазиндарҙан ғына һатып алығыҙ. Өсөнсөнән, йорттар һәм кешеләр эргәһендә фейерверктар ҡулланмағыҙ, асыҡ майҙансыҡ эҙләгеҙ.

Пиротехника өҫтөндә эйелмәгеҙ һәм, әгәр ул эшләмәһә, уны һүтеп ҡарамағыҙ.

– Пиротехника һатып алғанда ҡулланыу ваҡытын һәм төрөү материалының торошон тикшерергә, шулай уҡ унда рус телендә ентекле һүрәтләү барлығына инанырға кәрәк, – тип кәңәш итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре. – Пиротехниканы ҡоро бинала һаҡларға кәрәк. Бындай әйберҙәр йылытыу ҡорамалдарынан, ут сығанаҡтарынан һәм тура ҡояш нурҙарынан алыҫтараҡ торорға тейеш.

Дөрөҫ туҡланыу хаҡында онотмайбыҙ

Яңы йылдың тағы бер күркәм «хәүефе» – мул табын. Бындай байрамда бер нәмәнән дә баш тартмау, рәхәтләнеп күңел асыу йолаһы бар. Ләкин тап Яңы йыл каникулында күптәрҙә хроник ауырыуҙар киҫкенләшә. Табиптарға гастрит, холецистит, ашҡаҙан сей яраһы, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Яңы йыл төнөндә артығын ашамаҫ өсөн диетологтар 31 декабрҙә ғәҙәти иртәнге, төшкө һәм киске аштан баш тартмаҫҡа, ә «ауыр» яңы йыл салаттарын еңел ашамлыҡтарға – ка- напеға, брускеттарға алмаштырырға кәңәш итә. Ял көндәрендә күберәк саф һауала йөрөгөҙ. Алкоголь менән артыҡ мауыҡмағыҙ һәм һыуыҡта уның ярҙамында йылынам тип маташмағыҙ. Спиртлы эсемлек ялған йылылыҡ тойғоһо бирә, иҫерек кеше һыуыҡ хәүефен дөрөҫ баһалай алмай, ә был һалҡын тейҙереүгә, өшөүгә, хатта туңыуға килтереүе мөмкин.

Автор:
Читайте нас