Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
3 Ғинуар 2024, 13:15

Газ белгесен өйгә индермәгән өсөн штраф арттырыла

Әле ул 1 меңдән 2 мең һумға тиклем етә. Хәҙер сумманы 10 меңгә күтәреү ҡарала. Вазифалы кешеләргә– 100 мең, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә.

Газ белгесен өйгә индермәгән өсөн штраф арттырылаГаз белгесен өйгә индермәгән өсөн штраф арттырыла
Газ белгесен өйгә индермәгән өсөн штраф арттырыла

Рәсәй Хөкүмәте тейешле закон проектын раҫлаған, тип хәбәр итә федераль мәғлүмәт агентлыҡтары. Документ яҡын арала Дәүләт Думаһына индерелә. Ҡанун проекты авторҙары фекеренсә, аҡсалата яза газ шартлау осраҡтарын кәметергә булышлыҡ итәсәк. Эксперттар был башланғысты хуплай. Шул уҡ ваҡытта, газ сығып тороу осраҡтарын автоматик рәүештә асыҡлаған технологиялар индереүҙе әүҙемләштерергә тәҡдим итә.

Авторҙар фекеренсә, законға үҙгәрештәр индереү көнкүреш газына бәйле авариялар һанын кәметергә ярҙам итәсәк.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә иҫке газ ҡоролмаларын алмаштырыуға субсидия бүлеү ҙә аварияларҙы иҫкәтергә булышлыҡ итәсәк тигән фекерҙә улар.

 

Автор:
Читайте нас