Шул уҡ ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу өсөн инфраструктура ла үҫешә. 2026 йылда уларҙы ергә төшөрөп ултыртыу өсөн ике майҙансыҡ булдырыу күҙаллана, 2030 йылға был һан 10-ға етергә тейеш. Сибайҙа һәм «Первушин» аэродром комплексында, шулай уҡ дронопорттар майҙансыҡ булып хеҙмәт итергә мөмкин. Уларҙы ҡулланыу өлкәһе лә киңәйә. Пилотһыҙ аппараттар ярҙамында гербицид һибеүҙе һынап ҡарағандар, барыуы ауыр булған райондарға медицина изделиеларын ташыу өсөн БПЛА файҙаланыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә.
Бынан тыш, республикала пилотһыҙ аппараттар флоты ярҙамында хеҙмәт күрһәтәсәк төбәк операторын булдырыу планлаштырыла.