Росфинмониторинг Алсыновты* террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе. «Башҡорт»то** экстремистик ойошма тип танығандан һуң ул енәйәти, деструктив эшмәкәрлеген туҡтатмаған, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырған, Украинаның ҡораллы көстәренә ярҙам иткән, сит илдә йәшәгән экстремистар менән бергә илдең бөтөнлөгөн ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән эш алып барған.
Башҡортостанда экстремистик ойошма менән көрәш 2019 йылдан бара. Республика етәксеһе башланғысы менән Башҡортостандың Юғары суды 2020 йылда милли ыҙғышҡа әйҙәгән саралар ойошторған өсөн «Башҡорт»то** экстремистик ойошма тип таныны һәм уның эшмәкәрлеген тыйҙы. Был ойошманы биш йыл буйына тап Алсынов* етәкләне.
* - Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.
** - 2020 йылдың 20 майында Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән «Башҡорт» экстремистик ойошма тип танылды һәм уның эшмәкәрлеге Рәсәйҙә тыйылды.