Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
17 Ғинуар 2024, 05:18

Стәрлетамаҡ районындағы юл фажиғәһендә ете кеше зыян күргән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, 16 ғинуарҙа иртән Стәрлетамаҡ районында, Өфө — Ырымбур автомобиль юлының 113-сө саҡрымында, «Мазда 6», «ГАЗель» һәм «Шкода Октавиа» бәрелешкән.

Стәрлетамаҡ районындағы юл фажиғәһендә ете кеше зыян күргәнСтәрлетамаҡ районындағы юл фажиғәһендә ете кеше зыян күргән
Стәрлетамаҡ районындағы юл фажиғәһендә ете кеше зыян күргән

Юл фажиғәһендә имгәнгән ете кешене табиптар ҡарай, уларҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған.

«Авария Рощинский ауылы янында булған. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәргә тәүге ярҙам күрһәткән, һуңынан уларҙы Стәрлетамаҡ дауаханаһына алып киткәндәр», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Әле ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-01-16/b-g-n-st-rletama-rayonynda-y-yul-fazhi-end-ete-keshe-zyyan-k-rg-n-video-3604773

 

Автор:
Читайте нас