Һалҡын көндәрҙә хәүефһеҙлекте һаҡлау
Йылдың тәүге эш аҙнаһы айырыуса һыуыҡ килде. Республиканың ҡайһы бер райондарында -38 градусҡа тиклем һыуыҡтар теркәлде. Башгидромет белгестәре хәбәр итеүенсә, тәүлектәге уртаса температура норманан 8-11 градусҡа түбән булды. Ә һыуыҡ бер ҡайҙа ла китергә уйламай, шуға күрә һалҡын көндәр алда ла буласаҡ әле.
Һыуыҡта алыҫ юлға сыҡмау яҡшыраҡ. Уҡыусылар уҡыуҙы кисектерә ала. Ауыл мәктәбендәге башланғыс кластар өсөн – 23, ҡала мәктәптәрендә 25 градус һыуыҡта дәрестәр булмай. V – IX класс уҡыусылары ауылда – 25, ҡалала -27 градус булһа, мәктәпкә бармаҫҡа хоҡуҡлы. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары – 30, ҡаланыҡылар -32 градус температурала дәрес ҡалдыра ала. Шулай уҡ мәктәп эсендәге һауа температураһын иҫәпкә алырға кәрәк. Санитар нормалар буйынса уҡыу биналарындағы температура 18 градустан түбән булмаҫҡа тейеш.
Һыуыҡта урамға сығырға тура килһә, йылыраҡ кейенегеҙ, мотлаҡ башлыҡ кейегеҙ. Хатта быға тиклем бүрек-шапканан баш тартҡан республика Башлығы Радий Хәбиров та йылы башлыҡ кейә башланы һәм республикала йәшәүселәрҙе уның өлгөһөнә эйәрергә, һаулығын һаҡларға саҡырҙы.
Урамда етеҙ хәрәкәт итегеҙ
Урамда әүҙем хәрәкәт итегеҙ. Магазиндар, кафелар, күп ҡатлы йорттарҙың подъездары кеүек яҡындағы биналарға йылынырға инегеҙ. Бер ҡасан да иҫерткес эсемлектәр эсмәгеҙ! Алкоголь ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ялған йылылыҡ тойғоһо бирә, йылылыҡ бүлеп сығарыу көсәйә һәм кеше тағы ла нығыраҡ өшөй башлай.
Алыҫ ергә сәфәр планлаштырғанда айырыуса иғтибарлы һәм яуаплы булырға кәрәк. Транспорттың яҡшы техник торошта булыуына инанығыҙ. Май, антифриз, тормоз һәм башҡа шыйыҡсаларҙың кимәлен тикшерегеҙ. Аккумуляторҙың заряд алғанын, яҡтыртыу лампаларының һәм йылытҡыстың төҙөк эшләүен тикшерегеҙ. Үҙегеҙ менән йылы кейем, юрған, фонарь, аптечка, эсәр һыу һәм аҙыҡ запасы алығыҙ. Туғандарығыҙға сәфәр хаҡында мотлаҡ хәбәр итегеҙ. Был, ярҙам кәрәк була ҡалһа, һеҙҙе тиҙерәк табырға ярҙам итәсәк.
Автомобиль боҙолоу сәбәпле юлда тороп ҡалһағыҙ, авария утын тоҡандырығыҙ һәм ярҙам саҡырығыҙ: 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Йоҡа боҙ
Һалҡын көндәрҙә был хәүефте күҙ уңынан ысҡындырып торорға ла мөмкин. Бәхеткә күрә, Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда балыҡсылар йәки балалар боҙ аҫтына киткән осраҡ теркәлмәгән. Ләкин 7 ғинуарҙа һыу ятҡылығында һәләк булыуға бәйле фажиғәле осраҡ барыбер теркәлде. Бөрөлә ярҙан 100 метр алыҫлыҡта боҙ аҫтына 20 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк машинаһы китте. Водитель урында һәләк булған, уның кәүҙәһен водолаздар алып сыҡҡан. Машинаны тартып сығарыу өсөн ике көн буйына 30 сантиметрлыҡ боҙҙо бысырға тура килгән. Ҡотҡарыусылар һөйләүенсә, фажиғәгә юл йөрөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу сәбәпсе булған: боҙ кисеүенән өс тоннанан артмаған автомобилдәр үтә алған, фура иһә 20 тоннанан артыҡ ауырлыҡта. Боҙға ингән урында иҫкәртеү билдәләре булған, ләкин водитель ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырған.
Республика халҡына мөрәжәғәт итеп, ҡотҡарыусылар иҫкәртеү билдәләренә иғтибарлы булырға, рөхсәт ителмәгән боҙ кисеүҙәрен файҙаланмаҫҡа саҡыра.
Боҙ күтәрерлек ауырлыҡты арттырыуға юл ҡуйырға ярамай. Боҙҙо сәғәтенә 10 километрҙан артыҡ тиҙлек менән, һелкенеүһеҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ сығырға кәрәк. Алдан хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырырға һәм боҙ ярылғанда автомобилдән һикерергә өлгөрөү өсөн ишектәрҙе асырға кәрәк.
Яңы йыл байрамдарында янғындарҙа туғыҙ кеше һәләк булған
Яңы йыл каникулдарында ҡотҡарыусылар көсәйтелгән режимда эшләй. Күп йыллыҡ статистикаға ярашлы, тап ошо осорҙа янғындар һаны ҡырҡа арта. Бында электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау ҙа, ут һәм пиротехника менән һаҡһыҙ эш итеү ҙә ғәйепле.
Нефтекамала урындағы кеше артыҡ зыянһыҙ күренгән бенгаль уттары арҡаһында фатирын яндыра яҙған: осҡондар диванға эләгеп, йыһазға ут ҡапҡан. Ир янғынды ҡул аҫтындағы саралар менән һүндергән, ләкин тәне бешкән.
Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында Яңы йыл төнөндә алты бала тәрбиәләгән ғаилә йортһоҙ ҡалған. Янғын төнгө сәғәт 3-тә урам гирляндаһындағы төҙөкһөҙлөк арҡаһында сыҡҡан, тип фаразлана. Уларҙың ғүмерен янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡотҡарған, уның ярҙамында ғаилә янғын булған бүлмәләрҙән ваҡытында сығып өлгөргән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 1 ғинуарҙан 9-ына тиклем республикала 134 янғын һүндерелгән, 24 кешене янған йорттан сығарғандар, тағы 70 кешене хәүефле зонанан эвакуациялағандар. Үкенескә күрә, туғыҙ кешене ҡотҡарып өлгөрә алмағандар, етәүһенең тәне бешкән һәм яныу продукттары менән ағыуланған.
Ә ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында фажиғә теркәлде. Николаевка ауылында янғында ике кеше һәләк булды.
– Электр һәм йылытыу ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Насар ғәҙәттән – түшәктә тәмәке тартыуҙан баш тартығыҙ, был янғынға бер нисә тапҡыр сәбәпсе булды, – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. – Йортоғоҙға янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйығыҙ, ул төтөнгә бик һиҙгер һәм, ҡотолоуға мөмкинлек биреп, ҡысҡырып хәбәр итә.