2023 йылдың 12 ғинуарындағы ошондай указ үҙ көсөн юғалтты, тип билдәләнә документта. 2024 йылдың 23 ғинуарындағы указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» агентлығы Рәсәй президенты Владимир Путиндың мобилизация иғлан ителгәндә хәрби комиссариаттарға ярҙам күрһәтмәгән өсөн административ яуаплылыҡ индереү тураһында законға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр иткәйне. Былтыр 25 июлдә Дәүләт Думаһында әлеге башланғыс ҡабул ителде һәм 28 июлдә Федерация Советында хупланды.