Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
24 Ғинуар 2024, 11:16

Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың 115 йыллығына күргәҙмә асыла

2024 йылдың 14 февралендә Советар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһы офицеры, генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың тыуыуына 115 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр (1909-1986).

Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың 115 йыллығына күргәҙмә асыла
Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың 115 йыллығына күргәҙмә асыла

Ошо уңайҙан Башҡортостандың Милли музейында генералдың биографияһын һәм хәрби юлын яҡтыртҡан «Генерал Күсимов» күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмәгә Башҡортостандың Милли музейы йыйылмаһынан фотоһүрәттәр һәм документтар, Таһир Күсимовтың наградалары ҡуйыла.

Башҡортостанда генерал Таһир Күсимовты онотмайҙар: геройҙың тыуған яғы Әбйәлил районының Күсем ауылында Таһир Күсимовтың музейы эшләй, уның бюсы, район үҙәге Асҡарҙа Таһир Күсимов исемендәге гимназия, Өфөнөң Еңеү паркында Күсимовҡа һәйкәл бар, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромы һәм республика ауылдары урамдары Таһир Күсимовтың исемен йөрөтә. 2023 йылдан Т.Күсимов исемендәге башҡорт ирекле батальоны махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

«Генерал Күсимов» күргәҙмәһе 2024 йылдың август аҙағына тиклем эшләй.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-01-24/bash-ortostanda-sovettar-soyuzy-geroyy-ta-ir-k-simovty-115-yylly-yna-k-rg-m-asyla-3615172

 

Автор:
Читайте нас