Проекттың төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк ҡалаларҙы йәшәү өсөн уңайлы һәм күркәм итеү. Йәнә – биләмәләрҙе үҫтереүгә урындағы халыҡты әүҙемерәк йәлеп итеү, уларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу. Был проект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур һорау менән ҡулланғандарҙың береһенә әүерелде, шуға күрә етәкселек уны 2030 йылға тиклем оҙайтырға хәл итте.
Республикала 683 биләмә төҙөкләндерелгән
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Бының өсөн республикаға федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Былтыр ғына Башҡортостанда 36 парк һәм сквер, туғыҙ яр буйы, 16 майҙан, 18 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы һәм башҡа төрлө 44 йәмәғәт киңлеге яңыртылған.
Мәҫәлән, Өфөлә Аксаков исемендәге баҡса яңы төҫ алған. Хәҙер унда төрлө йәштәге кешеләр буш ваҡытын ҡыҙыҡлы итеп уҙғара ала. Бында тарихи аллея, скейт-майҙансыҡ, йәйге амфитеатр, әҙәби ҡунаҡхана, балалар уйын майҙансығы, асыҡ китапхана бар. Шул уҡ ваҡытта паркта элекке ағастар ҙа, быуа ла һаҡлап алып ҡалынды, һыу ятҡылығы сүп-сарҙан һәм ылымыҡтарҙан таҙартылды, паркка ингән урындағы арка төҙөкләндерелде.
Салауатта федераль проект буйынса Салауат Юлаев бульвары яңыртылды. Бында йәйәүлеләр юлы һалынды, балалар өсөн эко-стилдә заманса уйын майҙансығы ҡуйылды, күләгәле япмалар барлыҡҡа килде. Кисен аллея ретро-гирляндалар менән яҡтыртыла, был бульварҙы тағы ла матурыраҡ һәм күркәмерәк итә.
Нефтекамала «Мираҫ» картиналар галереяһы алдындағы паркты төҙөкләндерҙеләр. Ҡала халҡына ғаилә менән ял итеү өсөн бик яҡшы урын барлыҡҡа килде. Паркта йәйәү йөрөү, балалар өсөн уйын биләмәләре, бәүелсәктәр, эскәмйәләр, спорт майҙансығы бар. Экстрим яратыусыларға памп-трек – соҡорҙар һәм түңгәктәр аша һалынған махсус велосипед трассаһы ныҡ оҡшаны.
Быйыл Башҡортостанда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға торошло йәнә 123 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү планлаштырыла.
Юғары әүҙемлек – еңеүгә мөмкинлек
Үҙең йәшәгән ҡалала йәки ауылда бик ябай алым менән тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Республика халҡы төҙөкләндереү талап ителгән объектты һәм биләмәне үҙҙәре һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған проекттар киләһе йылда төҙөкләндереү исемлегенә индерелә.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голова-нова билдәләүенсә, Башҡортостанда йөҙҙәрсә йәмәғәт биләмәһе тап урындағы халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында төҙөкләндерелгән. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һаны буйынса беҙ алдынғы. Сағыштырыу өсөн: 2021 йылда ойошторолған тәүге онлайн-тауыш биреүҙә – 387 мең, 2022 йылда – 560 меңдән ашыу, ә 2023 йылда 760 мең самаһы кеше ҡатнашҡан.
Кешеләрҙе һәм туристарҙы йәлеп итеү нөктәләре
– Конкурста артабан да ҡатнашырға, киләһе этапҡа ғаризалар әҙерләргә кәрәк, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Тәү сиратта был мәсьәлә менән муниципалитет етәкселәре ҡыҙыҡһынырға тейеш. Бының менән шөғөлләнгән башлыҡтар ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың үҙгәреүен күрә.
2023 йылда республиканың конкурста еңеү яулаған алты ҡалаһында – Стәрлетамаҡта, Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Күмертауҙа һәм Межгорьела ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырылды. Мәҫәлән, стәрлетамаҡтар 1760 йылдарҙа ҡала тарихына башланғыс биргән причал ҡоролмаһы хөрмәтенә «Тоҙ пристане» проектын тәҡдим итте. Ашҡаҙар йылғаһы буйында яңы ҡарау майҙансығы, йөҙөүсе пристань, баҫҡыс-амфитеатр, тоҙ тауҙарын хәтерләткән аҡ ҡырсынташ менән ҡапланған ҡалҡыулыҡтар барлыҡҡа килде. Яр буйын һәм тарихи үҙәкте тоташтырған Хоҙайбирҙин урамы йәйәүлеләр өсөн уңайлыраҡ итеп үҙгәртелде.
Бәләбәйҙең тарихи үҙәгендә «Төрмә замогы» кварталы төҙөкләндерелгән. Ҡала тап ошо урындан башланғыс алған. Квартал ҡала халҡын да, илдең һәм тыуған яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһынған туристарҙы ла йәлеп итә. Һөҙөмтәлә төрлө саралар уҙғарыу өсөн бик яҡшы майҙансыҡ барлыҡҡа килгән, тарихи биналарҙың панорамаһы яңыса асылған.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың йәйенә йәнә биш проект тормошҡа ашырыласаҡ: Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Мәләүездә һәм Яңауылда. Йәғни 2023 йылдың еңеүсе проекттарын ғәмәлгә ашырыуға тотонасаҡтар. Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү бурысы тора, Ишембай районының Верхотор ауылында элекке Верхотор баҡыр иретеү заводы янындағы биләмәне яңыртырға ҡарар иттеләр.
Эльдар Фәттәхов фотолары.