Матбуғат йорто 1972 йылда асылған. Бында «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортона ҡараған 22 республика ваҡытлы матбуғат баҫмаһы редакциялары урынлашҡан.
Редакция-нәшриәт корпусында 480 хеҙмәткәр эшләй. Башҡортостан Башлығы эш бүлмәләрен ҡараны һәм йәш белгестәр менән аралашты.
Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев әйтеүенсә, ярты быуат эсендә бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Бүлмәләрҙең планлаштырылыуы ҡулайлы түгел, ә тәҙрәләрҙең иҫке булыуы сәбәпле көҙөн һәм ҡышын бүлмәләрҙә һыуыҡ була. Матбуғат йортоноң инженер селтәрҙәре лә ныҡ туҙған.
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев төбәк Башлығын Матбуғат йортон яңыртыу концепцияһы менән таныштырҙылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың апрелендә «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары I форумы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Матбуғат йортон капиталь ремонтлауҙың дизайн-проектын әҙерләргә ҡушҡайны.
– 2024 йылда Матбуғат йортон капиталь ремонтлауға проект-смета документацияһын эшләйәсәкбеҙ. Был маҡсатҡа республика бюджетынан Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса 6,8 миллион һум алдыҡ, – тине Максим Ульчев.
Төҙөлөш-ремонт эштәрен 2025 йылда башларға ниәтләйҙәр. Был эштәр бинаның тышҡы яғына ҡағыласаҡ, шулай уҡ эске планлаштырыуҙы һәм бүлмәләрҙе биҙәүҙе, инженер коммуникацияларын алмаштырыуҙы күҙ уңында тота. Бында шулай уҡ яңы ашхана, тамашалар, һөйләшеүҙәр залдары һәм матбуғат үҙәге асырға ниәтләйҙәр.
– Заманса төҙөлөш материалдары бинаның тышҡы ҡиәфәтен күркәм итәсәк, ә кабинеттар һәм цехтар эш өсөн уңайлы буласаҡ, – тип билдәләне Максим Ульчев. – Был технологик процестарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға һәм энергия сығымдарын сарыф итеүҙе кәметергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Матбуғат йортоноң типография комплексы менән дә танышты. Бында республикалағы бөтә баҫмалар тиражының 80 проценты баҫтырыла. Төбәк етәксеһе гәзит-журналдар баҫылған цехтарҙы ҡараны, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Улар ҡорамалдарҙың күпселек өлөшө ныҡ туҙыуы һәм уларҙы алмаштырырға кәрәклеге хаҡында һөйләне. Был, етештереү һөҙөмтәлелеген һәм майҙандарҙы ҡулланыуҙы арттырып, типография бинаһын комплекслы модернизациялау кәрәклеген билдәләй.
Радий Хәбиров республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына типография комплексын яңыртыу проектын әҙерләргә һәм уны «Инвестиция сәғәте»ндә күрһәтергә ҡушты.
Шул уҡ көндө Матбуғат йортонда Башҡортостан Башлығы дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашты.
https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/174377.html