Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Февраль 2024, 13:50

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы ойошторола

Башҡортостанда 11-13 апрелдә яҙғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы, шулай уҡ «Төҙөкләндереү. Инженер системалары» һәм «УралСтройИндустрия» күргәҙмәләре ойошторола. Был хаҡта республика хөкүмәте хәбәр итә.

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы ойошторолаРеспубликала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы ойошторола
Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы ойошторола

Төп майҙансыҡ — баш ҡаланың «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы 15 тармаҡ түңәрәк өҫтәле һәм осрашыу көтә, унда 100-ҙән ашыу спикер һәм 1,4 мең делегат ҡатнаша. Форумда проектлау һәм төҙөлөш өсөн TIM-технологиялар һәм ҡарарҙар, ҡала һәм йорт яны территорияларын төҙөкләндереүҙең иң яҡшы практикалары тураһында фекер алышыу була.

Бынан тыш, бында студенттарҙың «Заманса шарттарҙа төҙөлөш һәм биләмәне төҙөкләндереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендә студенттар эштәре конкурсы үткәрелә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-01/respublikala-torla-kommunal-huzhaly-m-t-l-sh-forumy-oyoshtorola-3626447

 

Автор:
Читайте нас