Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Февраль , 10:52

Башҡортостан Башлығы «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығы «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указда билдәләнеүенсә, почетлы наградаға 24 муниципалитеттан биш һәм унан күберәк бала үҫтергән 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Улар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Шишмә райондарынан һәм Өфөнән әсәләр бар. Исемлек менән һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин.

2023 йылдың ноябрендә Рәсәй президенты Владимир Путин 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан иткәйне. 1 февралдә Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-12/bash-ortostan-bashly-y-s-lek-dany-mi-aldary-men-n-b-l-kl-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-3639604

Автор:
Читайте нас: