Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Февраль 2024, 05:58

Башҡортостан властары ҙур объекттарҙы үҫтереүгә хуплау тапты

Улар иҫәбендә — Урал аръяғынан Ҡаҙағстанға тимер юлы һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү.

Башҡортостан властары ҙур объекттарҙы үҫтереүгә хуплау таптыБашҡортостан властары ҙур объекттарҙы үҫтереүгә хуплау тапты
Башҡортостан властары ҙур объекттарҙы үҫтереүгә хуплау тапты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашыуҙан һуң социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың инфраструктура объекттарын үҫтереү башланғыстарын хуплағаны өсөн уға рәхмәт белдерҙе.

«Бөгөн Сибай — Подольск — Новорудная тимер юл тармағы төҙөлөшө буйынса юл картаһын ентекле тикшерҙек. Ул ысынлап та республиканың иң ҙур инфраструктура тимер юл объекты булыр тип ышанам.

Шулай уҡ «Алға» махсус иҡтисади зонаһын Өфө районы, Салауат һәм Ағиҙел ҡалалары биләмәләренә киңәйтеү тураһында һөйләшеп килештек. Инвесторҙарҙың беҙҙең махсус иҡтисади зонаға ҡыҙыҡһыныуы артыуын күрәбеҙ. Булған майҙандар әле резервта. Шуға күрә беҙ тағы ла күберәк майҙандар булдырырға тейешбеҙ. Белоруссияға һуңғы сәфәребеҙҙән һуң инвесторҙар менән 100 миллиард һумлыҡ инвестицияларға килешеүҙәр төҙөп алып ҡайттыҡ.

Әлбиттә, Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX  төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының төп планын билдәләнек. Алдан әйткәнемсә, Ҡаҙағстан Башҡортостан өсөн бик мөһим һәм кәрәкле тышҡы иҡтисади партнер булып тора», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-02-14/bash-ortostan-vlastary-ur-ob-ekttar-y-tere-g-huplau-tapty-3642792

 

Башҡортостан властары ҙур объекттарҙы үҫтереүгә хуплау тапты
Башҡортостан властары ҙур объекттарҙы үҫтереүгә хуплау тапты
Автор:
Читайте нас