Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
15 Февраль 2024, 07:48

Республикала шартлатыу эштәренә бәйле М-5 «Урал» трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябыла

Башҡортостандың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 февралдә иртәнге сәғәт 9-ҙан 2-гә тиклем республикала М-5 «Урал» трассаһы участкаһы — Федоровканан Силәбе өлкәһе сигенә тиклемге өлөшө ауыр йөк транспорты өсөн ябыла.

Республикала шартлатыу эштәренә бәйле М-5 «Урал» трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябылаРеспубликала шартлатыу эштәренә бәйле М-5 «Урал» трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябыла
Республикала шартлатыу эштәренә бәйле М-5 «Урал» трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябыла

«Был Силәбе өлкәһе биләмәһендәге М-5 трассаһында быраулау-шартлатыу эштәренең сираттағы этабын үткәреү менән бәйле. Еңел транспортта әлеге участканы Әшә - Минйәр - Эҫем маршруты буйлап урап үтергә мөмкин. Ауыр йөк машиналарына юл йөрөү тыйыла», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Быраулау-шартлатыу эштәре һауа шарттарына шишәмбе йәки кесаҙна көндәрендә башҡарыла. Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың октябренә тиклем тамамлау планлаштырыла.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-15/respublikala-shartlatyu-esht-ren-b-yle-m-5-ural-trassa-y-uchastka-y-va-ytlysa-yabyla-3644667

 

Автор:
Читайте нас