Эксперт советы ағзалары бәйге майҙанына сығырға дәғүә итеүсе 98 кеше араһынан 12 финалсыны һайлап алды. Уларҙың исемдәре менән проект етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова таныштырҙы. Бына улар еңеүселәр:
- Салауат ҡалаһынан Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар,
- Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар,
- Инйәр ҡасабаһынан Зөлхизә һәм Асия Йосоповалар,
- Миәкә районынан Ғәлиә Шәйәхмәтова,
- Иглин районынан Гөлшат Ибәтова,
- Стәрлебаш районынан Илдар Моратов,
- Фёдоровка районынан Филүс Юлдашбаев,
- Бөрйән районынан Зөлфиә Шәмиғолова,
- Өфөнән Тимур Байбурин,
- Балтас районынан Гөлсибәр Әхмәтғәлиева,
- Өфөнән Ғайсар Мөхәмәтйәнов,
- Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлсиә Бикҡужина.
Шулай уҡ ниндәйҙер сәбәптәр менән финалсылар араһынан кемдәрҙер ҡатнаша алмаһа, улар урынына алмашҡа 4 кеше исемлеге билдәләнде. Улар - Бөрйән районынан Гөлнара Вәлиева, Ҡыйғы районынан Раушания Мәхмүтова, Ырымбурҙан Борис Мәхмүтов һәм Өфөнән Гөлнәзирә Буранҡаева.
Шиғриәт бәйгеһенең финалы 2024 йылдың яҙында Башҡорт опера һәм балет театрында була.