Әлеге ваҡытта министрлыҡ эшендә дөйөм суммаһы 46 миллиард һумдан ашыулыҡ күмәртә сауҙа һәм склад логистикаһы өлкәһендә 14 проект. Ваҡлап һатыу өлкәһендә – 30 проект, инвестицияларҙың дөйөм күләме иһә яҡынса 6 миллиард һум. Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә – 1,2 миллиард һум йәлеп ителгән туғыҙ проект.
2023 йылда Башҡортостандың ваҡлап сауҙа итеү күләме 159,8 миллиард һумға артып, 1,277 триллион һумға етте.