Был эш ил Президенты тәҡдиме менән башланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Быйыл Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 1 миллиард 174 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Проекттарҙың 67-һе – ҡалаларҙа, 56-һы ауылдарҙа бойомға ашырыласаҡ.