Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
7 Март 2024, 06:39

Башҡортостанда ауыр йөк машиналары өсөн М-5 «Урал» трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябылды

Кесаҙна, 7 мартта, иртәнге сәғәт 9-ҙан 2-гә тиклем М-5 Урал трассаһының бер участкаһы ауыр йөк машиналары өсөн ваҡытлыса ябылды. Сикләү Федоровка ауылынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклемге участкаға ҡағыла.

Башҡортостанда ауыр йөк машиналары өсөн М-5 «Урал»  трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябылдыБашҡортостанда ауыр йөк машиналары өсөн М-5 «Урал»  трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябылды
Башҡортостанда ауыр йөк машиналары өсөн М-5 «Урал» трассаһы участкаһы ваҡытлыса ябылды

Был күрше Силәбе өлкәһендә реконструкция объектында быраулау-шартлатыу эштәрен башҡарыу менән бәйле, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығында.

Ведомствола белдереүҙәренсә, Әшә - Минйәр -Эҫем маршруты буйынса төбәк юлдары буйлап урап үтеү схемаһы еңел транспорт өсөн генә ҡаралған. Ауыр йөк транспортына быраулау-шартлатыу эштәре ваҡытында йөрөү тыйыла.

Водителдәргә маршруттарын планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш ителә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-07/bash-ortostanda-auyr-y-k-mashinalary-s-n-m-5-ural-trassa-y-uchastka-y-va-ytlysa-yabyldy-3672805

 

Автор:
Читайте нас