2023 йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме тәүге тапҡыр 620 миллиард һумға етте, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Күрһәткес 2022 йылғы кимәлдән 7,6 процентҡа юғарыраҡ. Инвестициялар күләме буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Был күп йәһәттән республика идара итеү командаһының эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бизнесты алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу эшенең һөҙөмтәһе.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры республиканың инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы позицияларын билдәләне. Башҡортостан инвестициялар үҫеше йәһәтенән ыңғай динамика күрһәтә һәм инвестиция ҡеүәтен арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар.
Республика икенсе йыл рәттән Рәсәйҙең «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумына килгән идеялар һаны буйынса лидер булып тора, тип өҫтәне Светлана Чупшева. Иң күп проекттар (3,7 мең) – Башҡортостан халҡынан. Республикабыҙҙан тәүге 1000 башланғысьта – 49, тәүге 100-ҙә иһә биш идея. Улар иҫәбендә Наталья Агееваның идеяһы ла бар. Яҡташыбыҙ Рәсәй президентына ҡатын-ҡыҙҙарға бәпес тапҡандан һуң ярҙам күрһәтеү проектын тәҡдим иткән.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры республика эшҡыуарҙар берләшмәһенең әүҙемлеген билдәләне. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында ғариазаларҙың һаны икенсе урынды биләй.
Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығы командаһына республиканың инвестицион мөхитен яҡшыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләрендә республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостанда иң яҡшы йәмәғәт башланғыстарын да әүҙем үҫтерәләр, тип билдәләне республика етәксеһе. Йыл һайын уларға грант ярҙамы өсөн 300 миллион һум бүленә.