Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Март 2024, 04:15

Республикала Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсы ойошторола

23 мартта РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевҡа 68 йәш тулған булыр ине.

Республикала Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсы ойошторолаРеспубликала Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсы ойошторола
Республикала Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсы ойошторола

Йырсыларҙы Радик Гәрәев исемендәге республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурс 22 мартта Яңауылда үтә. Унда 12 йәштән башлап үҙешмәкәр яңғыҙ башҡарыусылар һәм профессиональ яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Яңауыл районының мәҙәниәт идаралығы хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн халыҡ йырын һәм Радик Гәрәев репертуарынан композитор әҫәрен (ария, романс йәки эстрада йыры) әҙерләргә кәрәк. Конкурс тыңлауҙары бер турҙа үткәрелә.

Радик Гәрәев — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм СССР-ҙың концерт эстрадаһында йәмәғәтселектә танылыу алған бик аҙ  башҡорт йырсыларының береһе. 1980 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы, 1990-1995 йылдарҙа — театр директоры, Өфө сәнғәт институтында уҡыта. Гәрәев «Ирина Архипова тәҡдим итә», «Өфөлә Шаляпин кисәләре», Р.Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе була.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-03-12/respublikala-radik-g-r-ev-isemend-ge-yyrsylar-konkursy-oyoshtorola-3678434

 

 

 

Автор:
Читайте нас