«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Саҡмағош ауылынан күп балалы Латиповтар ғаиләһе акцияның абсолют еңеүсеһе һәм Өфөләге бер бүлмәле фатир хужаһы тип танылды. Айгөл һәм Илдар өс ул тәрбиәләй. Еңеүселәр әйтеүенсә, хәҙер уларҙың тормошонда бәхетле номер бар.
«Ғаилә йылында был беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Аҙаҡҡаса ышанып етмәнек. Бәхетебеҙҙең сиге юҡ. «Рәхмәт-2024» акцияһын ойоштороусыларға рәхмәт, — тип шатлығы менән уртаҡлашты улар «Игенсе» район гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.
Икенсе суперприздың бәхетле хужаһы Бөрөлә йәшәй. Хәҙер ул өр-яңы «Нива»лы булды. Руслан Ковригин үҙенең автомобиленең руленә ултырғас ҡына отошта еңеүсе икәненә төшөнгән.
«Рәхмәт-2024» акцияһынан икенсе «Нива» ла үҙенең хужаһын тапты. Машина асҡысы Благовещендан хаҡлы ялдағы ханым Әлфиә Антипинаға тапшырылды.
Салауаттан Ксения Ғималетдиноваға ла бәхет йылмайҙы. Яҡташыбыҙ Сочиға юллама менән бүләкләнде.
Ишембай районынан Федот Васильев иһә Башҡортостан шифаханаларының береһенә юллама алып һөйөндө.
«Рәхмәт-2024» акцияһын ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостандың «Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге етәксеһе Ринат Хәбиров һүҙҙәренсә, өс көндә 6 отош уйыны уйнатылған. Йомғаҡлау уйыны 28 мартта БСТ телеканалында иртән «Сәләм» программаһы эфирында күрһәтелде.