Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, әле фехтование үҙәге яртылаш әҙер, төҙөлөш сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фехтование үҙәге Өфөнөң Затон биҫтәһендә, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә төҙөлә. Проект Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионы Ильгар Мамедов ярҙамында республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.
«Башҡортостанда фехтование мәктәбе бик көслө, тәрбиәләнеүселәребеҙ араһында Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары бар. Ә хәҙер иң көслө спортсыларыбыҙ һәм буласаҡ йондоҙҙарыбыҙ заманса шарттарҙа шөғөлләнә аласаҡ. Яңы Фехтование үҙәгендә республика, төбәк-ара һәм ил кимәлендәге ярыштар ойошторорбоҙ», — тине Радий Хәбиров.