- Күп балалыҡ йүнәлешен һаҡлау һәм арттырыу биш йыллыҡ эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе булды. Ил президенты үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәнсә, «ишле ғаилә йәмғиәттә нормаға әүерелергә, дәүләт стратегияһының йүнәлеше булырға тейеш». Бөгөн республикала 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Волга буйында был – беренсе, ә илдә 7-се урын. Маҡсатлы йүнәлеш – ошондай ғаиләләрҙең һанын 10% арттырыу.
Башҡортостанда тыуым кимәле ил буйынса уртаса күрһәткестәргә тулыһынса тап килә – 1000 кешегә 8,7 бала. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе ике тапҡырға кәмегән.
Рәсәй президенты иғлан иткән Ғаилә йылында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн уңайлы, хәүефһеҙ, дуҫтарса мөхит булдырыу эше алып барыла.
Шулай уҡ Андрей Назаров үлем осраҡтарының кәмеүе тураһында белдерҙе. Былтыр әлеге күрһәткес 1000 кешегә 11,7 осраҡ тәшкил иткән. Был иһә 25 йыл эсендә иң түбән кимәл.