Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Апрель , 13:30

Башҡортостан Башлығы Урал Искәндәровты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал Искәндәровты республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығы Урал Искәндәровты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Урал Искәндәровты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указға ярашлы, дәүләт комитеты башлығы вазифаһы буйынса Башҡортостандың үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы ла.

Башҡортостанда үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы үҙгәртеп ҡоролдо. Уның урынына дәүләт комитеты булдырылды.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-04-12/bash-ortostan-bashly-y-ural-isk-nd-rovty-t-yenl-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-3725221

 

Автор:
Читайте нас: