Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Апрель , 11:40

Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан Азат Бадрановтың Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе. Был вазифала ул Урал Килсенбаевты алмаштыра.

Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Бынан тыш, Бадранов 2023 йылдың авгусында ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы етәксеһе вазифаһына кире ҡайтарыла (махсус операция зонаһына юлланғансы ул ошо комиссияның етәксеһе булды).

«Азат Бадрановтың махсус хәрби операцияға китеүе менән бәйле әлеге бурысты Азамат Абдрахманов башҡарҙы. Азамат Фәрит улы, эшегеҙ өсөн рәхмәт. Быны йәнә Азат Шамил улына тапшырабыҙ. Эшкә тотоноғоҙ», - тине Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-04-15/azat-badranov-bash-ortostan-bashly-y-hakimi-te-et-kse-ene-berense-urynba-ary-itep-t-yenl-nde-3727694

 

Автор:
Читайте нас: