Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
16 Апрель , 14:47

Башҡортостанда Еңеүгә 79 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башлана

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләүгә әҙерлек башлана. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән 2024 йылда байрам датаһына арналған тантаналы сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды. Тейешле документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда Еңеүгә 79 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башлана
Башҡортостанда Еңеүгә 79 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башлана

Республика етәксеһе бойороғонда билдәләнеүенсә, ойоштороу комитеты 2024 йылдың 19 апреленә тиклем тантаналы сараларға әҙерлек планын раҫларға тейеш. Ойоштороу комитеты етәксеһе итеп вице-премьер Ирек Сәғитов тәғәйенләнде. Шулай уҡ уның составына Башҡортостан вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамова, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һәм башҡалар инде.

Өфөлә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан парад була.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-16/f-l-e-e-e-79-yyl-tulyu-y-bild-l-g-erlek-bashlana-3729943

 

Автор:
Читайте нас: