Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Апрель , 10:17

Эксперттар Владимир Путин менән Радий Хәбировтың осрашыу һөҙөмтәләрен баһаланы

Бынан алда хәбәр итеүебеҙсә, 9 апрелдә ил Президенты Владимир Путин Кремлдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты ҡабул итте.

Эксперттар Владимир Путин менән Радий Хәбировтың осрашыу һөҙөмтәләрен баһаланы
Эксперттар Владимир Путин менән Радий Хәбировтың осрашыу һөҙөмтәләрен баһаланы

Төбәгебеҙ етәксеһе МХО-ла ҡатнашы­усыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһә­телгән ярҙам саралары, республика иҡтисадының үҫеше, яңы предприятиелар, дауаханалар төҙөлөүе, уҡыу йорттары ремонтланыуы тураһында һөйләне, башҡа темаларға ла туҡталды. Осрашыу һөҙөмтәһенә ярашлы, Владимир Путин Башҡортостан Башлығының икенсе срокка һайлауҙа ҡатнашыуын хуплауын белдерҙе. Билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм дин әһелдәре был яңылыҡты бына нисек баһаланы.

«Хәбиров шәхес, Мәскәү менән бәйләнештәре булған кеше, администратор булараҡ, республикаға бик күп өҫтәмә мөмкинлектәр алып килде. Быны Кремль дә, йәмәғәтселек тә яҡшы белә. Шуға күрә Хәбиров үҙе- нең тағы бер һайланырына шикләнмәй, ә Президентҡа башҡа төрлө уйларға нигеҙ юҡ», — тип һөйләгән РБК-Өфөгә Төбәк проблемалары институты етәксеһе Дмитрий Журавлев.
«Радий Хәбиров ил Президентының ышаныслы кешеһе булыуын раҫланы. Рәсәй Президенты төбәк менән етәкселек итеү кеүек яуаплы һәм мөһим эштә үҙен күрһәткәндәргә таяныуын дауам итә», — ти легендар спортсы, көрәш буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы, сенатор Александр Карелин.

«Мин Хәбировтың эш тип нисек янғанын, төндәрен йоҡламағанын, республика буйлап сәфәрҙә йөрөгәнен беләм. Уны халыҡтың үҙ итеүен дә беләм. Тәбиғәтте яратыуы, уны һәйбәт белеүе билдәле. Уның башҡорт халҡының традициялары, тормош-көнкүреше тураһында тарихтарын тыңларға яратам. Ул – ныҡлы нервыларға эйә кеше, ҡулды ирҙәрсә ҡыҫып күрешә. Ысын ир, йәғни һүҙендә тора белә. Радий менән дуҫтар булыуыбыҙға ҡыуанам. Был – ҙур ғорурлыҡ», — ти билдәле журналист, Дәүләт Думаһы депутаты Тимофей Баженов.

«Радий Хәбиров яңы аҙым яһай, һәм беҙ барыбыҙ ҙа, Президентыбыҙ кеүек, уны хуплайбыҙ. Республикала тормош көндән-көн көйләнә, ҙур төҙөлөштәр бара. Киләсәктә лә Аллаһ беҙҙе ярҙамынан ташламаһын, һаулыҡ һәм көс бирһен», — тине Рәсәй Юғары мөфтөйө Шәйх-ул-Ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин.

«Минеңсә, Радий Фәрит улы өсөн МХО-ға ярҙам итеү бурыс ҡына түгел, ул – уның йөрәгендә. Уға Тыуған илебеҙ менән бәйле булған һәр нәмә ҡәҙерле, ул уға хеҙмәт итә. Ул номенклатура чиновнигы ғына түгел, ә белемле идарасы. Әлбиттә, башҡарылған эштәрҙе федераль кимәлдә лә күрәләр. Тап шуға күрә дәүләт башлығы Радий Хәбировҡа икенсе срокка һайланыуға ышаныс белдерҙе, тип уйлайым», — ти башҡорт батальондарының рухи остазы отец Виктор.

 

Радий Фәрит улы, дөйөмләштереп әйткәндә, барыһы ла килеп сыға, пландар ҙа күп, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы. Шуға күрә мин үҙемдең тарафтан һеҙгә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, ә һайлау, әлбиттә, кешеләрҙән тора. Халыҡ менән эшләргә кәрәк, айырыуса ошо осорҙа – кешеләр менән йышыраҡ, күберәк осрашығыҙ, уларҙы тыңлағыҙ, сөнки эш бүлмәһендә ултырып ҡына халыҡтың тын алышын белеп булмай.
Ә былай, дөйөм алғанда, барыһы ла һәйбәт, уңыштар теләйем.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хәбировтың икенсе срокка һайлауҙа ҡатнашырға рөхсәт һорауы тураһында.

 

ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостан Президент күрһәтмәләрен нисек үтәне

Владимир Путин губернаторҙар менән эшлекле осрашыуҙар барышында, ғәҙәттә, төбәктәге хәл-торош тураһында доклад тыңлау менән генә сикләнмәй, ниндәй йүнәлештәргә иғтибар бирергә кәрәк икәнен билдәләп, эштәр ҙә ҡуша. Әле Башҡортостанға ашығыс ярҙам табиптары һанына иғтибар йүнәлтергә ҡуштылар. Беҙ дәүләт башлығының ошоғаса әйткән күрһәтмәләрен һәм уларҙы республиканың нисек үтәүен барланыҡ.

1) Балалар үлеме ике тапҡырға кәмене

2019 йылда Президент Башҡор- тостанда балалар үлеме уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғары булыуына иғтибар йүнәлтте. Биш йыллыҡ һө- ҙөмтәһе буйынса Владимир Путинға еткерҙеләр: күрһәткес ике тапҡырға кәмегән! Быға сабыйҙарҙың һаулығын әсә ҡарынында саҡта уҡ һәм тәүге бер йылда ныҡлы тикшереү, юғары технологиялы ҡорамалдар ярҙамында диагностика сифатын күтәреү, йөклө ҡатындарҙы сифатлы хеҙмәтләндереү һөҙөмтәһендә өлгәшеү мөмкин булған.

2) Эшһеҙлек минималь күрһәткестәргә тиклем кәмене

2019 йылда Президент республика эшһеҙлек кимәленең 4,3 процент булыуын билдәләгәйне. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика был күрһәткесте ике тапҡырға – 2,3 процентҡаса кәметеүгә өлгәшкән. Был – һуңғы 30 йылдағы рекордлы түбән һандар. Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар, айырыуса иҡтисадтың республикабыҙ алдынғылар иҫәбендә булған тармаҡтарында – сәнәғәттә һәм агросәнәғәт комплексында эш етерлек.

3) Экология менән шөғөлләнәбеҙ

Башҡортостанда экология йәһәте- нән эшмәкәрлектең дүрт ҙур йүнәлеше булдырылды. Беренсенән, 2030 йылға эре предприятиелар атмосфераға ҡалдыҡ сығарыуҙы дүрттән бер өлөшкә кәметәсәк. Икенсенән, ҡулланылған бысраҡ һыуҙарға бәйле мәсьәләне хәл итеү. Өсөнсәнән, рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү. Был йәһәттән тәүгеләр рәтендәбеҙ, 3 меңдән ашыу сүплек юҡ ителгән, эш артабан да дауам итә. Дүртенсенән, ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыуҙағы тәртип боҙоуҙарға ҡаршы көрәш. Ведомство-ара комиссияның тырыш- лығы менән компанияларҙың һибелмә алтын буйынса 13 лицензияһы юҡҡа сығарылды.

Был эште законға ҡаршы алып барғандарға ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған.

«Башҡортостан Башлығына экология мәсьәләләренә иғтибарлы булғаны өсөн рәхмәт. Республика менән тығыҙ бәйлә­нештә эшләйбеҙ һәм төбәк етәкселегенең борсолоуын аңлайбыҙ, сөнки кешеләр ғәҙел рәүештә экология йәһәтенән таҙа республикала йәшәү мөмкинлеген талап итә», — тине Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен тикшереү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: