Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Апрель , 11:51

Хәбиров: «Шайморатов һәйкәле - Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа һәләк булғандарға мемориал ул»

Өфөнөң Совет майҙанындағы генерал Шайморатов һәйкәле — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған һәйкәл. Был — Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа һәләк булғандарҙың барыһына ла мемориал ул, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән осрашыуҙа.

Хәбиров: «Шайморатов һәйкәле - Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа һәләк булғандарға мемориал ул»
Хәбиров: «Шайморатов һәйкәле - Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа һәләк булғандарға мемориал ул»

«Совет майҙанында сауҙа үҙәге төҙөү — мәғәнәһеҙ идея. Ундай уй юҡ ине. Ә парковканы Цюрупа урамында төҙөйбөҙ», — тине Радий Хәбиров.

Өс йөҙ машинаға иҫәпләнгән парковка түләүле, дүрт ҡатлы буласаҡ, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы артында урынлашасаҡ.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, тәүҙә Совет майҙанында Шайморатовҡа һәйкәл генә ҡуйыу планлаштырылған, ләкин һуңынан проект ҡайтанан ҡаралған.

«Нимә үҙгәрҙе һуң? Мин махсус рәүештә Будапештҡа барып ҡайттым, сөнки унда ат статуялары бик күп. Бөтә ҡаланы урап сыҡтым, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Унда колоннада рәүешендә 7 ҡәбилә башлығына һәйкәл ҡуйылған. Был миңә бик оҡшаны һәм мин ошо идея менән Щербаковҡа килдем. Ул үҙгәрештәргә ҡыуанды. Беҙгә йәнә проектты үҙгәртергә тура килде».

Һәйкәл 2021 йылдың 11 октябрендә асылды. Дүрт айҙан махсус хәрби операция башланды.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-18/h-birov-shaymoratov-yk-le-tyu-an-ilebe-s-n-yau-a-l-k-bul-andar-a-memorial-ul-3733675

 

Автор:
Читайте нас: