Хәрби комиссариат алды, халыҡ күп, йәштәр бейей-йырлай, әсәләр күҙ йәштәрен һөртә, ҡыҙҙар һалдатты бер йыл көтөп ҡаршы алырға вәғәҙә бирә... Был күренеште хәрби комиссариаттан призывниктарҙы инергә саҡырған тауыш бүлдерә.Алыҫ юлға әҙерләнгән һалдаттар сумкаларын тотоп, тимер ҡапҡаның ишеген аса...
Ҡаланан, республиканан айырылыу еңел түгел, шулай ҙа, егеттәр был һынауға әҙер.
– Стәрлетамаҡ районы Красноармейский ауылынан булам. Беҙ күп балалы ғаиләнән, туғыҙ бала. Атайым танкист булып хеҙмәт иткән, ағайым да шулай, үҙем ҡайҙа хеҙмәт итеремде белмәйем. Көрәш менән шөғөлләндем, шуға ла элиталы ғәскәргә эләгермен тип хыялланам. Иң мөһиме, хеҙмәтем ҡыҙыҡлы һәм еңел үтһен. Повестка шулай ҙа көтмәгәндә килде тиһәң дә була, уҡып бөтөп бер аҙ эшләп кенә өлгөрҙөм, ғаилә ҡорорға ла ниәтләгәйнек, шуға барыһы ла бер йылға кисектерелеп торасаҡ. Тулҡынланмайым да, нисектер борсолмайым да, үҙем шулай һәр ваҡыт тик яҡшыға ғына юрап, күтәренке күңел менән тормошҡа ҡарайым, – тине Рауил Арыҫланов комиссариатҡа инеп барған мәлдә.
Хәрби комиссариаттың тамаша залында барыһын да хәрбиҙәрсә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы Андрей Каракеча сәләмләне. Хәрби комиссар призывниктарға артабан нимәләр эшләргә, үҙеңде нисек тоторға, командирҙарҙы тыңларға кәрәклеген аңлатты һәм һәр бер призывниктың ҡулын ҡыҫып хәрби билет тапшырҙы.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Иманғолова егеттәргә хәрби һөнәр үҙләштереп, сынығып, бер йылдан һау-сәләмәт булып әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Сарала дин әһелдәре лә булды, улар иһә һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләнән һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә һорарға ҡушты. Шул уҡ ваҡытта, хәрби хеҙмәткә саҡырылған ир кешенең яңы юлға баҫыуы һәм ил һағына баҫып ҙур сауаптар килтереүен әйтеп үттеләр.
Быйыл был яҙғы саҡырылыштың беренсе партияһы, аҙна һайын тиерлек ошондай оҙатыу саралары үтеп торасаҡ.
– Егеттәр хәрби хеҙмәткә теләп килә, өҫтәмә документтар йыйып элиталы ғәскәрҙәргә хеҙмәт итергә алыуҙарын һорайҙар. Шулай ҙа барыһы ла призывниктың һаулығынан, уның белеменән, психик ныҡлығынан тора, былар барыһы ла тестар барышында билдәләнәсәк. Ниндәй ғәскәргә эләгеүҙәренә ҡарамаҫтан, лайыҡлы хеҙмәт теләйбеҙ уларға. Ата-әсәләргә улдары өсөн борсолмаҫҡа, улар илебеҙ биләмәһендә урынлашҡан частарҙа хеҙмәт итәсәк, улар махсус операцияла ҡатнашмайҙар, – тип билдәләне Андрей Каракеча.
...Бына инде егеттәр автобустар эргәһенә теҙелеп барып баҫты, уларға патриотик рухлы концерт сығыштары ла күрһәтелде. Бер аҙҙан автобуста ҙа ҡуҙғалды, алда яңы тормош, бер йыл хеҙмәт. Уңыштар теләп ҡалайыҡ һалдаттарыбыҙға!