Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфө күп профилле һөнәри колледжы майҙанында (Рәсәй урамы, 100/3) диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыуҙы ойоштора, ҡатнашыусылар араһында билдәле шәхестәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет ағзалары, әүҙемселәр була.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге лә бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, bashdictant2024@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ебәрергә кәрәк.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.