«Ярҙам итербеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренәс, йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда республикаға, элекке йылдарҙағы кеүек үк, Луганск һәм Донецк балалары килә. Ведомство уларҙың Дондағы Ростовтан Өфөгә килеп ҡайтыу графигын әҙерләгән. Шулай уҡ балаларҙың ял иттереү һәм һауыҡтырыу ойошмалары билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Белгород өлкәһенән 500-гә яҡын бала Башҡортостанда. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар Илештең «Орлёнок» балалар сәләмәтләндереү лагерына һәм Әбйәлил районының «Берёзки» ял йортона урынлаштырылды.