Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло

Республика Дәүләт Йыйылышында Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибенә асыҡлыҡ индерҙеләр

Башҡортостанда илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү символын ҡулланыуҙы регламентлаған закондар ғәмәлдә.

Республика Дәүләт Йыйылышында Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибенә асыҡлыҡ индерҙеләрРеспублика Дәүләт Йыйылышында Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибенә асыҡлыҡ индерҙеләр
Республика Дәүләт Йыйылышында Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибенә асыҡлыҡ индерҙеләр

– Еңеү көнөндә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарында Еңеү Байрағының күсермәләре эленергә тейеш, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Уларҙы ҡулланыу тәртибе республика законы менән нығытылған. Документта шулай уҡ тантаналы саралар үткәргәндә, Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәренә сәскәләр һалғанда Еңеү байрағы күсермәләрен файҙаланыу тәртибе билдәләнгән.

Парламент спикеры һүҙҙәренсә, Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексында ошо законды боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған: вазифалы кешеләргә штраф – 10 меңдән 15 мең һумғаса, юридик ойошмаларға иһә 20-25 мең һум.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-06/bash-ortostan-d-l-t-yyyylyshynda-e-e-bayra-yn-ullanyu-t-rtiben-asy-ly-inder-el-r-3755240

 

Автор:
Читайте нас