Ашҡаҙар
+10 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда физкультура һәм спортты үҫтереү программаһы раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте республикала физик культураны һәм спортты үҫтереү өсөн дәүләт программаһын раҫланы. Был хаҡта Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге ултырыш йомғаҡтарынан һуң билдәле булды.

Башҡортостанда физкультура һәм спортты үҫтереү программаһы раҫланды
Башҡортостанда физкультура һәм спортты үҫтереү программаһы раҫланды

Башҡортостан — Рәсәйҙең алдынғы спорт субъекттарының береһе, тине республиканың министрҙар кабинеты етәксеһе.

«2023 йылда 4 ҙур спорт үҙәге, 12 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 ябыҡ боҙ аренаһы һәм 2 бассейн төҙөлдө. 1000-дән ашыу спорт майҙансығы һәм хоккей ҡумтаһы булдырылды. Быйыл 14 ҙур спорт объектын төҙөү эштәре бара, улар араһында — Көрәш һарайы һәм Фехтование үҙәге», — тине Назаров.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, профилле дәүләт программаһына өс ярҙамсы программанан тора: физкультура һәм күмәк спорт, ат һәм ат спорты мәктәптәрен үҫтереү, юғары ҡаҙаныштар спорты һәм спорт резервын әҙерләү.

Уның проект өлөшө «Спорт — йәшәү нормаһы» һәм «Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)» төбәк проекттарын, шулай уҡ ведомствоның «Спорт инфраструктураһын үҫтереү» проектын үҙ эсенә ала. Процесс өлөшөндә иһә «Юғары ҡаҙаныштар спорты һәм спорт резервын әҙерләү» һәм «Башҡортостан Республикаһында ат һәм ат спорты мәктәптәрен үҫтереү» ярҙамсы программалары бар.

Шулай уҡ спортты һанлаштырыу дауам итә, уның сиктәрендә «Минең спорт» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы индерелгән. Икенсе мөһим йүнәлеш — кешеләрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм аҙ бюджетлы спорт ҡоролмалары төҙөү юлы менән «Халыҡты һаҡлау, кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу һәм уларҙың именлеген тәьмин итеү, ғаиләгә ярҙам» милли маҡсатына ирешеү.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-05-14/bash-ortostanda-fizkultura-m-sportty-tere-programma-y-ra-landy-3765086

 

Автор:
Читайте нас: