Ашҡаҙар
+10 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле әсәй, бәхетле ҡатын, бәхетле актриса

 Һомғол буй-һыны, нәзәкәтле булмышы менән башҡаларҙан айырылып торған сағыу актриса бына өс тиҫтә йылдар инде үҙенең ҡабатланмаҫ образдары менән тамашасы күңелен яулай. Уның репертуарында, классик әҫәрҙәр менән бер рәттән, милли колориттағы драма һәм комедия әҫәрҙәренән ролдәр урын алған. Әңгәмәбеҙ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Фәрзәнә Йәһүҙә ҡыҙы Ғөбәйҙуллина менән.

Бәхетле әсәй, бәхетле ҡатын, бәхетле актриса
Бәхетле әсәй, бәхетле ҡатын, бәхетле актриса

Әсә, Почтальон, 90 йәшлек әбей, еңел холоҡло ҡыҙ...

– Фәрзәнә,йылдар үткән һайын ижад багажың да яңынан-яңы ҡатын-ҡыҙ образдары менән тулылына бара. Шуларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек әле. Ҡайһылары нимәһе менән хәтерҙә уйылып ҡалған?

– Һанай китһәң, улар күп инде, һәр береһе күңелгә яҡын. Театр донъяһында, ҙур сәхнәләге тәүге ролем – Карпенко-Карыйҙың (режиссеры Гөлдәр Ильясова) “Бәхетһеҙ мөхәббәт” драмаһында төп героиня Варка роле.

Тәрән кисерешле тип әйтәйемме, ярата икән – бар булмышы менән мөкиббән китеп ярата, башҡаса ярата белмәй... Ут сәсрәтеп торған ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙырыу яңы ғына оло сәхнәгә аяҡ баҫҡан йәш актриса өсөн бик ныҡ етдилек, талапсанлыҡ, күп көс талап итте. Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” комедияһында Шәрғиә роле, мәҫәлән, һәр саҡ яҡын булып ҡала. Үзбәк драматургы И. Са-диҡовтың “Насретдиндын биш ҡатыны” музыкаль комедияһында (режиссеры Маннон Хәмид) үҙе мут та, шаян да Таманно образын күңелемде һалып уйнаным. Был спектакль бик оҙаҡ йылдар – ун биш йылға яҡын сәхнәнән төшмәүе күпте һөйләйҙер, миңә ҡалһа. Күрәһең, тамашасы ошо (тәү ҡарашҡа) еңел генә сюжет, юмор аша спектаклдән күңеле ял итеп, бушанып ҡайтып китә. Әммә, тормош фәлсәфәһен тамашасыға юмор, сатира аша ғына түгел, төрлө ауыр, хатта тра-гик һынауҙар алдында торған һәм шул һынауҙарҙы күтәреп сыға алған ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына бәйле драмалар, трагедиялар аша ла еткерә алыуым менән дә бәхетлемен. Әйтәйек, Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” драмаһында ҡатын-ҡыҙҙың бер ҡарауҙа ғына аңлап бөтмәҫлек киң күңел донъяһын асып биреүсе Алһыу образын бик яратып эшләнем. Әҫәрҙең нигеҙендә тәрән, ҙур мәғәнә ята. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙ яҙмышын режиссер Гөлдәр Ильясова бик юғары кимәлдә яҡтыртты. Был образ зирәклеге, эскерһеҙлеге, ярҙамсыллығы менән күңелемә яҡын. Әйткәс әйтәйем, был ҡыҙҙа мин үҙемдең бала сағымды ла танып ҡалдым – үҙем дә һәр саҡ башҡаларҙың проблемаһын күреп, әхирәттәрҙе йәрәштереп йөрөй инем.

Мөнир Ҡунафиндың “Тың-лайыҡ ваҡыт аҡҡанын” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән (реж. Рөстәм Хәкимов) спектаклдә Журналист роле. Бик актуаль тема. Үҙенсәлекле образ, уйлана белгәнгә уй тигәндәй, һәр тамашасыны уйланырға, фекер йөрөтөргә саҡырған, йән ауазы булған образ. Ошо ролемде әле лә һағынам. Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” драмаһында Хәмиҙә, тамашасы иҫләйҙер, әхирәтенең һөйгән йәрен үҙенә ҡаратҡан, дуҫлыҡ төшөнсәһен ергә һалып тапаған образ. Шуға минең йәшемә лә, тәбиғәтемә лә бөтөнләй яҡын булмаған ҡыҙ образын, уның эске донъяһын алып, тартҡылашып тигәндәй, әүәләргә тура килде. Үҙ эшенә талапсан ҡараған режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштерҙе. Ҡаршылыҡтар менән, үҙеңдең булмышыңды егеп ижад иткәндә генә төплө, ҡәҙерле образ тыуа. Был осраҡта нәҡ ошолай килеп сыҡты ла.

Башҡорт ҡатын ҡыҙы яҙмышы

бер ваҡытта ла ябай, еңел булмаған. Ошо тарихи, тетрән-дергес яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы һынландырырға ла тура килә ижад юлымда.
Үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ яҙыусыһы Хәмит Иргалиндың “Инә бүре ҡарғышы” драмаһында (режиссеры Г.Ильясова) Ғәшүрә образы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сабыр, оялсан, ә тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда атҡа менеп яу сапҡан батыр, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ образын уйнарға насип булды, мәҫәлән. Ошо йәһәттән башҡорт классикаһында ҙур урын алып торған Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрәкәй” спектаклендә (режиссеры Гөлдәр Ильясова) Баныу, «Ашҡаҙар» драмаһында (режиссеры Зиннур Сөләймәнов) Ынйыбикә ролдәре лә яҡын миңә. Улар йөҙөндә шул ваҡыттағы ваҡиғалар, мөхәббәт һәм нәфрәт, байлыҡ, бәхет төшөнсәләре сағыла.

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатын-ҡыҙ-арыбыҙға күпме һынау килтергән. Борис Васильевтың йәш режиссер Фәнис Кәримов ҡуйған береһенән-береһе йәш ҡыҙҙарҙың һәләк булып ҡалыуы хаҡындағы “Ә таңдар бында тыныс...” драмаһында кесе сержант Маргарита Осянина образы бар. Ошо ролде уйнауы ла еңел бирелмәне. Күңелем аша һуғыш касафатын үткәреп сығарыу, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең, инәйҙәребеҙҙең шул йылдарҙағы ауыр тормошон, күпме тыумай ҡалған балаларҙы уйлап тетрәндем. Шуға бирелеп уйнаным был ролде, Маргаританың характерын, асылын тулыһынса тамашасыға еткерергә тырыштым.

Ошо уҡ тема менән талантлы режиссер Руслан Юлтаевтың “Өс хат” фильмында ла осрашырға тура килде. Тик бында минең героиня бөтөнләй икенсе яҙмышлы, тылда, әммә бында ла хәлдәр еңелдән булмаған шул. Фильмда һуғыштың хәс-рәтле хәбәрҙәрен йөрәге аша үткәргән көслө рухлы почтальон ҡатын Хәбирәне уйнаным. Ул замандарҙа был бурысты атҡарған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иң аяныслы күренеш кисерергә – күпме үлем хәбәре еткерергә тура килгән! Шул иң ҡурҡыныс хәбәрҙе еткергән һайын улар үҙҙәре лә бит ҙур психологик көсөргәнеш кисергән. “Ирең вафат... балаң үлгән...” – тигән хәбәр алып килеүе еңел түгел!..

Шуныһын да әйтеп үткем килә: башҡорт-ҡатын ҡыҙы образын драматургтарыбыҙ ҙа, режиссерҙарыбыҙ ҙа тулыһынса яҡтыртып килә. Бигерәк тә бөйөк классигыбыҙ Мостай Кәримдең әҫәрҙәре ҡиммәт, үҙенсәлекле итеп, тәрән итеп яҡтырта алған, уның бер нисә пьесаһында уйнау бәхете лә тейҙе – “Ҡыҙ урлау”ҙа (реж. Рөстәм Хәкимов) Иркәбикә, Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштергән “Өс таған”да Әсә роле.

Һуңғыһы бигерәк тә күңелемә яҡын, сөнки бында бөйөк зат – Әсәнең бөтә булмышы, балалары өсөн утҡа-һыуға инергә, хатта үҙ ғүмерен бирергә әҙерлеге сағыла. Ябай балалар психологияһы аша күрһәтелгән был образды әсә булараҡ, үҙем дә әсәйемдең балаһы булараҡ, уйланыу аша тыуҙырҙым.
Ноябрҙә үтәсәк юбилей кисәмдә иһә Наил Ғәйетбаевтың “Нисек кейәүгә сығырға?” комедияһынан Вазифа ролен яратҡан тамашасыларыма тәҡдим итмәксемен. Был спектакль, әлбиттә, төп ролде башҡарыуым менән генә бәйле һайланманы. Вазифа яҙмышында замана ҡатын-ҡыҙҙары яҙмышы, заман проблемалары сағыла. Был әҫәр комедия булһа ла тамашасыны уйландырмай ҡалмай.

Тотош мәктәп булдырған остаздар!

– Фәрзәнә, һиңә Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумында Илшат Йомағолов класында уҡып белем алыу бәхете насип булған. Күптән түгел генә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына Илшат

Йомағоловтың исеме бирелеүе тураһында шатлыҡлы яңылыҡ ишет-тек. Мәшһүр шәхес тураһында ниндәй фекерҙәһең?

– Тормошта, театр донъяһында, шөкөр, яҡшы уҡытыусы остаздар осраны. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы, Илшат ағайҙар минең өсөн һәр саҡ эталон булып ҡала. Илшат ағай Йомағоловҡа килгәндә иһә, ул Стәрлетамаҡ театры өсөн генә түгел, беҙҙең ҡала өсөн дә ҙур табыш булды. Аллаһы Тәғәлә һәләтте уға “Мә!” тип кенә биргән дә ҡуйған, күрәһең. Ул беҙҙе сәхнә теленә, актерлыҡ оҫталығына өйрәтте. Уның, ғөмүмән, остаздарымдың йәш сағымда әйткәндәре, йәшәй-йәшәй, уйнай-уйнай, шуны аңланым, үҙе бер хәҡиҡәт булған икән дә. Хәтерләйем, Илшат ағай: “Әгәр тамашасыны ғына түгел, хатта сәхнәлә бергә уйнаған партнерығыҙға энергияғыҙ барып етмәһә, сығып та тормағыҙ! – тип әйтер ине. Ысынлап та, спектаклгә килгән тамашасы илап, йылмайып-көлөп, балҡып, эсендәге хәсрәттән бушанып, яҡты уйҙар менән ҡайтып китеүе туранан-тура аткерҙың оҫталығына бәйле. Минеңсә, артыҡ моңһоҙҙарҙы моңландырып, артыҡ хислеләрҙе тынысландыра ла артист. Үҙ фекеремде, әйтер һүҙемде, йәмғиәткә, йәшәйешкә, ғөмүмән, донъяға ҡарашымды, мөнәсәбәтемде геройҙарым аша еткерәм икән, әйтер һүҙемде тыуҙырған образдарым аша сағылдырам икән һәм улар тамашасы йөрәгенә барып етә икән, партнерҙар менән генә түгел, тамашасы менән диалог ҡора алам икән, тимәк, мин – дөрөҫ юлда.

Әлбиттә, уңыштың нигеҙе актер менән режиссер ни кимәлдә бер-береһен аңлап эш итеүҙән дә тора: әгәр режиссер актерға ышанһа һәм уны “егеп” эшләтһә, спектакль төп тәнҡитсе – тамашасынан ҙур баһа аласаҡ.

Быларҙы ҡасандыр Илшат ағай әйткәйне, хәҙер инде үҙем ошо ҡанундарҙы әйтер йәшкә еттем. Ғөмүмән, Илшат ағай үҙенең таланты менән генә түгел, беҙгә ижади орлоҡ һалып, үҙенең уҡыусыларында ла тотош сәнғәт мәктәбе булдырып китте.
– Фәрзәнә, йөрәгеңдә йөрөтөп тә уйналмай ҡалған ролдәрең булдымы?
– Булды. Сөнки һәр ижад кешеһе менән дә була торған хәл. Бөтә ролдәрҙе лә уйнап бөтөп булмай. “Эх, ошо ролде шулай уйнар инем...”, – тип үкенгән саҡтар ҙа була инде. Күңелем күбеһенсә классикаға тартылды, әммә үҙемде драма, комедия жанрҙарында ла иҫбатлай алдым. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы беҙҙе уҡытҡан саҡта: “Фәрзәнә, һин тәбиғәтең менән Тургенев, Островский, Чехов героиняларын уйнай торған актрисаһың”, – тип әйтә торғайны. Әммә репертуар, милли колоритты ла күҙ уңында тотоп, тамашасының ихтыяжынан сығып һайланыла.

“Әсәйемдең фиғелен сағылдырырға теләнем”

– Фәрзәнә, сәхнә һине нисек арбаны? Ғөмүмән, театр донъяһына нисегерәк килеп индең? Ғәҙәттә, һәләт бер яҡлы ғына бирелмәй, башҡа төрлө шөғөлдәрең дә булғандыр.

– Бала саҡтан сәхнәгә тартылдым. Баштараҡ һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым, бейергә яраттым. Ҙур сәхнәгә бейеү менән сығыуым да бала саҡтан килә. Театр менән гастролдәргә йөрөгәндә “Батмус менән бейеү”, “Оҙонсәс”, “Күбәләк” бейеүҙәре менән Ленинград өлкәһендә үткән һабантуйҙарҙа, Сорғот, Анапа, Сочи ҡалаларында урындағы ҡоролтайҙар ойошторған башҡорт-татар йыйындарында сығыш яһай инем.
Һигеҙ бала араһынан бер мин сәнғәткә тартылдым. Атай яғынан да, әсәй яғынан да нәҫелебеҙҙә йыр-моңға маһир кешеләр булған. Олатайым скрипкала бик оҫта уйнаған. Аслыҡтан интеккән замандарҙа ауыр эш көнөнән һуң олатайҙың скрипкала уйнауын тыңлар өсөн күрше ауылдарҙан килер булғандар. Шулай итеп, йыр-моң менән бер-береһен дәртләндереп йәшәгәндәр. Ә әсәйемдең бер туған ҡустыһы Муллағәле Латипов Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне. Халыҡ йырҙарын бик оҫта йырлай торғайны. Уның “Илсе Ғайса”, “Урал”, “Ҡурайсы егеткә”, “Абдрахман” халыҡ йырҙарын башҡарған яҙмалары телевидениела архивта әле лә һаҡлана.

Сығышым менән Ишембай районы йәмле Сәлих ауылынан мин.

Әсәйем Хәбирә Фәтҡулла ҡыҙы туғансыл, егәрле, киң күңелле, иманлы башҡорт ҡатыны, атайым Йәһүҙә Зәйнәғәле улы ер эшенә бирелгән, ғәйрәтле ир уҙаманы ине. Ятҡан ерҙәре тыныс, яҡты булһын!
Әсәйем ауылда оҫта тегенсе булды. Ул саҡта әлеге һымаҡ матур-матур күлдәктәр магазинда юҡ, хәстәрлекле атай-әсәй тауарын ҡайҙан тапҡандыр, әммә беҙҙе ҡурсаҡ һымаҡ кейендерәләр ине. Әсәйем эш араһында гел йырлап йөрөнө, бешереүгә лә бик оҫта ине. Нәҡ уның эш араһында ғына булһа ла көйләп йөрөүе мине әүрәтеп, оло сәхнәгә алып килде, нәҡ уның сағыу-сағыу күлдәктәре мине илаһилыҡҡа, матурлыҡҡа ғашиҡ итте!

Уға хас тағы бер сифат – сабырлыҡ һәм тәрән аҡыл ине. Өҫтәрәк телгә алып үткән “Өс хат” фильмында ла нәҡ уның ошо сифаттарын иҫкә төшөрөп уйнаным. Хәбирә лә “үлем хәбәре” килгән һайын түҙә, ғөмүмән, ул йылдарҙа сабырлыҡ кешеләрҙең яҡын юлдашы булып ҡала. Ошо образ аша әсәйемдең фиғелен сағылдырырға теләнем. Шуға фильмдағы образға әсәйемдең рухына арнап, исемен биреүҙәрен һораным.

– Сәнғәт, ғөмүмән, ижад – ул ваҡыт менән иҫәпләшмәй торған мөхит. Ғаиләңдә ижадыңа нисек ҡарайҙар? Ғаилә тарихың менән дә таныштырып үт әле?

– Тормош иптәшем менән танышыуға килгәндә, үҙе бер тарих инде. Миңә ул саҡта 24 йәш ине. Роберт кеше менән аралашыуға үткер булһа ла, юғары әхлаҡлы, баҙнатһыҙ. Мине бер күреүҙән оҡшатып, уйнағанды күрер өсөн спектаклдәргә йөрөй башлаған. Яҡынданыраҡ танышыр өсөн, театрға ваҡытлыса эшсе булып эшкә урынлашҡан. Бына шулай итеп, ныҡышлығы менән теләгенә иреште. Тап ана шул яғы менән дә оҡшаттым мин уны. Иптәшем сәхнә кешеһе түгел, әммә минең эшемдең нескәлектәрен аңлап тора. Ул Новокузнецк ҡалаһында инженерлыҡ буйынса академия бөткән. Әле заводта цех начальнигы булып эшләй.
Роберт менән бер бөртөк кенә ул үҫтерәбеҙ. Батырхан улыбыҙға ун өс йәш, 1-се гимназияла уҡып йөрөй. Шөкөр, улыбыҙ милли рухлы булып үҫеп килә. Шиғыр һөйләүгә, бейеүгә, актерлыҡҡа оҫталығы булһа ла, үҫә килә теүәл фәндәрҙе үҙ итә башланы. Көтөп алған баламды Аллаһы Тәғәләнең бүләге итеп ҡабул иттем.
Мин үҙемде бәхетле әсәй, бәхетле ҡатын, бәхетле актриса тип һанайым. Шөкөр, яратып, өҙөлөп торған ирем, йәндәй күргән улым, йөрәк һүҙемде еткерерҙәй ролдәрем бар, ашҡынып килер тамашасыларым бар. Яратҡан эшең, теүәл ғаиләң булыу – оло бәхет. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
Фото актрисаның шәхси архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас: