Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығына әҙерләнәләр

Салауат районында Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған юбилей тантаналарын үткәреүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы. Уны Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.

Республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығына әҙерләнәләр
Республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығына әҙерләнәләр

Быйыл ул милли батырыбыҙҙың тыуған көнөндә — 16 июндә ойошторола, мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы ла ошо көнгә тура килә.

«Салауат йыйыны-2024»һабантуй урынында була. Әле бында сәхнәне һәм инфраструктураның башҡа элементтарын яңыртыу эштәре бара. Беҙ ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға, халыҡтың тарихын һәм көнкүрешен күрһәтергә тейешбеҙ. Бына тыш, Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй янында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы асыла. Бында төҙөлөш эштәре тамамланып килә. Комплексҡа барыу өсөн яңы юл һалына», — тип тине беренсе вице-премьер.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-05-15/bash-ortostanda-salauat-yulaevty-270-yylly-yna-erlek-buyynsa-k-shm-u-y-3766618

 

Автор:
Читайте нас: