Форумға шулай уҡ Рәсәй-Төркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһы ағзалары, Төркиәнең Рәсәйҙә эшләгән 20-гә яҡын компанияһы килә. Бынан тыш, форумда Төркиә һәм Башҡортостан предприятиелары араһында берлектә көнбағыш гибридтарын етештереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйыл ике ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Төркиә 9% өлөш менән икенсе урынды биләй. Сауҙа мөнәсәбәттәребеҙ нығына, быйыл ғинуар-февралдә үҙ-ара тауар әйләнеше — 28%, ә экспорт 25 процентҡа артҡан. Республикала төрөк инвесторҙары ҡатнашлығында завод төҙөү проекты тормошҡа ашырыла.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа 24-26 майҙа ойошторола. Урал аръяғының туристик инфраструктураһын үҫтереү һәм «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу мәсьәләләренә арналған 20-нән ашыу сессия үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, инвестиция һабантуйы майҙансығында дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект, мәғлүмәттәр иҡтисады һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелә.